Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август , 11:41

“Хәрәкәттә — бәрәкәт!”

9 август — Физкультурник көнө “Балаларҙы сәләмәт һәм ныҡлы булһындар өсөн бәләкәйҙән спорт күнекмәләренә өйрәтергә кәрәк. Хәрәкәттә — бәрәкәт!” — ти Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Татьяна Минһажева.

“Хәрәкәттә — бәрәкәт!”
“Хәрәкәттә — бәрәкәт!”

Татьяна Алексеевна Ғафури районының Мораҡ ауылында 1970 йылдың 3 мартында күп балалы ғаиләлә тыуған, ата-әсәһенең ул 10-сы балаһы була. Ауылында туғыҙ класс тамамлағандан һуң, һөнәрселек техник училищеһына уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ “төҙөлөш материалдары лаборанты” буйынса белгеслекте ҡыҙыл дипломға тамамлай. Училищела Таня ныҡлап саңғы спорты менән шөғөлләнә, бер нисә ҡабат студенттар араһында ҡала ярыштарында еңә. Спорт яратҡан ҡыҙҙы етәкселек күреп, Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инергә тәҡдим итә. Таня шатланып риза була.
Техникумды тамамлағандан һуң уны Ғафури районының Урыҫ Һаҫыҡкүле ауылына эшкә ебәрәләр. Бер йылдан йәш уҡытыусы Илһам Минһажевҡа кейәүгә сыға, егет менән техникумдан уҡ таныш булалар. Тиҙҙән йәш ғаилә Ҡариҙел районының Иҫке Бағаҙы ауылына күсенә. Татьяна Алексеевна — урындағы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы, ә Илһам Ильяс улы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Белемгә ынтылған уҡытыусы Бөрө педагогия институтында ситтән тороп юғары белем ала.
Беҙ берәмләп тиелек спорт инвентары йыйҙыҡ, теннис өҫтәлдәрен үҙебеҙ эшләй инек — шул тиклем балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу теләге ҙур ине беҙҙә, — тип иҫкә ала Татьяна Минһажева. — Ауыл халҡы теләк менән спорт сараларына йөрөй башланы, район, республика кимәлендә ярыштарҙа ҡатнашты.
Минһажевтарҙың бер-бер артлы өс балаһы тыуа. Улдарын һәм ҡыҙын ата-әсә шулай уҡ бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтыра. Ғаиләләре менән “Атай, әсәй, мин — спорт һөйөүсе ғаилә” республика ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.
Ауылда мәктәп яюылғас, Илһам Ильяс улы шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә башлай, ә Татьяна Алексеевна Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенә эшкә күсә. Бирелә уҡытыусының спортҡа һәләте тағы ла нығыраҡ асыла. Ә физкультура уҡытыусыһының эше һәр саҡ күп. Был — дәрестәр, ГТО нормаларын тапшырыу, саңғы, баскетбол, волейбол буйынса мәктәп ярыштары ойоштороу. Алты йыл буйы уҡытыусы Абыҙ башланғыс мәктәбенә лә йөрөп физик культура дәресен уҡыта.
Татьяна Минһажева оҙаҡ йылдар саңғы ярыштары буйынса уҡытыусыларҙың республика спартакиадаһында ҡатнаша,

бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай, ә 2003 йылда еңеүсе
була. Күптән түгел “Гуру физкультуры” Бөтә Рәсәй Беренселәр хәрәкәте конкурсыныда Татьяна Алексеевна еңеү яуланы. Ул Беренселәр хәрәкәте идаралығы рәйесе Г. Гуров ҡулынан диплом, спорт инвентары һәм спорт кейеме алды. Педагог үҙенең тәрбиәсеһе Лиана Хәтмуллина менән дә ғорурлана, ул 2012 йылда биатлон буйынса Башҡортостан Республикаһы юниорҙар ярыштары еңеүсеһе булды. Хәҙер Лиана физкультура уҡытыусыһы һәм тренер булып эшләй.
Татьяна Алексеевна күп һанлы грамоталар һәм спорт миҙалдары менән бүләкләнгән, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” маҡтаулы исеменә лайыҡ. Уҡыусылар һәр ваҡыт уның дәрестәрен ярата һәм көтөп ала.
Физкультура уҡытыусыһы булараҡ, минең өсөн иң мөһиме — балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн кәрәкле үҙ аллы күнекмәләр эшләргә өйрәтеү, физик культураға һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләү, — тип һөйләй Татьяна Минһажева. — Бының өсөн мин даими рәүештә һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу тураһында әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы дәрестәр, секциялар үткәрәм. Шулай уҡ үҙ аллы физик һәләттәрен үҫтереү өсөн төрлө күнекмәләр эшләргә өйрәтәм.


Снежана Сираева, Ҡариҙел 1-се мәктәбенең профсоюз комитеты рәйесе.

Автор:
Читайте нас: