Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Август , 12:01

Чемпион ул үҫтергән тренер

“Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында – Ҡариҙел районынан Алмас Мансур улы Әхмәтғәлиев.

Чемпион ул үҫтергән тренер
Чемпион ул үҫтергән тренер

9 август – Физкультурниктар көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан ителгән “Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында ҡатнашҡан Алмас Мансур улы Әхмәтғәлиев – Ҡариҙел балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тәжрибәле тренеры, шәп остаз, үҙ эшенең оҫтаһы. Уның тәрбиәләнеүселәре көрәш буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй ярыштарында юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Был ғына түгел, быйыл июнь аҙағында тренерҙың улы Әнүәр Ҡазанда үткәрелгән көрәш буйынса донъя чемпионатында чемпион исемен яуланы. 17 йәшлек егет 65 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә иң көслө спортсы тип танылды һәм уның исем-шәрифе республика спорт йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылды. Был, әлбиттә, егеттең үҙенең генә түгел, атаһы Алмас Мансур улының да фиҙакәр хеҙмәт емеше. Сөнки тап ул бала сағынан улына спортҡа һөйөү тәрбиәләп үҫтергән. Әле Әнүәр - Өфөләге яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты. Ул күп тапҡыр республика һәм Рәсәй ярыштарында призлы урындар яулаған.

Аталы-уллы Алмас менән Әнүәр Әхмәтғәлиевтәр – сығышы менән Ҡариҙел районының Яңы Аҡбүләк ауылынан.

– Әлбиттә, атай булараҡ та, тренер булараҡ та бик бәхетлемен. Өҫтәүенә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондары спортсыларынан Әнүәр – донъя беренселегендә еңеү яулаған икенсе спортсы. Ә бит бындай кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын яулау өсөн һынауҙарҙы үтеүе еңел түгел, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Алмас Мансур улы. – Улым 2014 йылда, алты йәшлек сағында, көрәш буйынса секцияға йөрөй башлағайны. Беҙ күп һәм ныҡлы күнекмәләр үткәрҙек. Ун йыл эсендә еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә булды. Әммә тәрбиәләнеүселәремә еңеү маҡсатын ҡуям. Бының өсөн физик әҙерлек, тактика һәм сыҙамлылыҡ ҡына түгел, психологик йәһәттән көслө, ярыш ваҡытында үҙеңде ҡулға алыу, хаталарға иғтибар итмәй, көрәш аҙағына тиклем алышыу мөһим. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға ингәс, улым тренер Рәмил Раил улы Ғәлимов менән шөғөлләнә башланы. Баламдың спорт мастеры, көрәш буйынса донъя кубогында ярыштарҙа еңеүсе, тәжрибәле остаз ҡулына эләгеүенә ҡыуанып бөтә алмайым.

Тренерҙың улы Әнүәр донъя беренселегендә еңеү яулағандан һуң нормативтарҙы үтәне һәм Рәсәйҙең спорт мастеры тип танылды.

Анфиса менән Алмас Әхмәтғәлиевтәр биш бала тәрбиләй. Өлкән ҡыҙҙарының исеме - Диана. Икенсе балалары Илназ - әле армия сафында, Хабаровскиҙа хеҙмәт итә. Әнүәр, алдан әйтеүебеҙсә, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты. Сабина – V класс уҡыусыһы. Азалияға биш йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Күп бала баҡҡан Анфисаға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылған.

Алмас Мансур улы кеүек тренерҙарҙың йәш быуын вәкилдәрен тәрбиәләүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уға етеп килгән һөнәри байрамы айҡанлы ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, яңы еңеүҙәр һәм һәләтле тәрбиәләнеүселәренең күп булыуын теләйбеҙ. Һеҙ ҙә, хөрмәтле дуҫтар, изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ һәм  https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 һылтанмаһы буйынса тауыш бирегеҙ.

Фотолар: Алмас Мансур улы Әхмәтғәлиевтең шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: