Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Июль , 10:00

Яугирҙәр һәм ғаиләләре өсөн фестиваль үтә

Спорт ярыштарында ҡатнашырға саҡырабыҙ

Яугирҙәр һәм ғаиләләре өсөн фестиваль үтә
Яугирҙәр һәм ғаиләләре өсөн фестиваль үтә

Быйыл 9 августта 11 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем Физкультурниктар көнө уңайынан, республиканың иң яҡшы спорт майҙансыҡтарының береһендә – Баталова Р.А. исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә (Өфө ҡалаһы, Халыҡтар Дуҫлығы проспекты, 47) “СВОя спортивная семьЯ” тигән фестиваль уҙғарыла.

Сараны ойоштороусы – “Башҡортостан Республикаһының спорт-тамаша дирекцияһы” спорт һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә ярҙам итеү ойошмаһы. Уның программаһында армрестлинг, йәйәнән атыу, пауэрлифтинг, пуля менән атыу, өҫтәл теннисы буйынса ярыштар, “Күңелле старттар” ҡаралған.  Ярыштарҙа махсус хәрби операция яугирҙәре, ветерандар, уларҙың ғаиләләре ҡатнаша. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн мәҙәни программа ҡаралған. Майҙансыҡта аниматорҙар, аквагрим ойошторола. Спорт һәм илһөйәрлек  байрамына ҡушылырға саҡырабыҙ. Тыуған илебеҙҙең һаҡсыларына хөрмәт күрһәтәйек. Теркәлеү өсөн һылтанма:

https://org.moisport.ru/public-events-schedule/150220/applications/new

Фото: Республиканың Спорт министрлығынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас: