Ҡазанда көрәш буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды. Ярыштарҙа бөтә Рәсәйҙән өс йәш категорияһында 400 спортсы, вәкилдәр һәм белгестәр ҡатнаша. Бөтәһе турнирҙа 27 комплект награда уйнатыла.
Ҡариҙел районы данын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Әнүәр Әхмәтғәлиев лайыҡлы яҡлап, еңеү менән һөйөндөрә. 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында Әнүәр 1-се урын яулай. Чемпиондың тренеры үҙенең атаһы Алмаз Әхмәтғәлиев.
Әнүәрҙе һәм уның тренеры Алмаз Мансур улын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!