Башҡортостан йыйылма командаһы составына республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 150-гә яҡын спортсы инде. Был йыйылма командала Балтас районы спортсылары ла бар ине. Улар үҙҙәренең оҫталыҡтарын, көстәрен күрһәтеп, яҡшы һөҙөмтәләргә иреште һәм республика командаһының 2-се урын яулауына ҙур өлөш индерҙе. Балтас спортсылары үҙҙәренең тырышлығы, рухи ныҡлығы менән һоҡландырҙы.
Һөҙөмтәләргә килгәндә, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Айгөл Хәбибуллина “уң ҡул” дисциплинаһында — 1-се, “һул ҡул”да 3-сө урынға сығып, ике төр көрәш буйынса 2-се урын яуланы. Асҡар Сәрүәртдинов “уң ҡул”да 3-сө урынға лайыҡ булды. “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре Рөстәм Шәйхетдинов үҙ категорияһында “һул ҡул”да — 2-се, “уң ҡул”да 5-се урын яулап, ике көрәштә бронза призер булды.
Әлеге ярыштарҙа призлы урындарҙы яулаған спортсылар Рәсәй беренселегенә һәм чемпионатына юлламалар отто. Был — уларҙың спорт карьераһында ҙур аҙым, алға табан үҫеш өсөн ҙур мөмкинлек.
Йәш спортсыларҙы һәм тренерҙар Рәдим Нурғәлиев менән Айваз Сафетдиновты сираттағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ. Улар үҙҙәренең еңеүҙәре менән район ғына түгел, ә барлыҡ республика данын лайыҡлы яҡланы. Алда торған Рәсәй чемпионатында ла балтастар һынатмаҫ.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.