Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль , 09:00

Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты

“Төньяҡ ел” ябыҡ боҙ майҙансығы тантаналы асылды

Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты

Күп йылдар инде “Олимпиясы” физкультура-һауыҡтырыу комплексында хоккей коробкаһы эшләп килә. Унда тирә-яҡтан малайҙар һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре ял көндәрендә, уҡыуҙан һәм эштән һуң йыйылып, конькиҙа шыуа, хоккей уйнай. Ваҡыт үтеү менән халыҡҡа ябыҡ урын кәрәклеге көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде, сөнки күнекмәләр үткәреү, бирелә әүҙем ял итеү һауа торошонан тора ине. Һөҙөмтәлә район етәкселеге боҙ майҙансығын яңыртып ҡорорға ҡарар итте.

“Төньяҡ ел” боҙ кортын төҙөү “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә халыҡтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Руслан Насретдинов менән Антон Матренинға биргән наказы буйынса тормошҡа ашырылды. Бүленгән аҡсаларға ҙур күләмдә эштәр башҡарылды. Ангар 2023 йылдың көҙөндә ҡайтарылды, ә монтаж эштәре 2024 йылдың йәйендә һәм көҙөндә алып барылды.
Ваҡытында райондың ололар араһындағы хоккей буйынса йыйылма командаһы төбәк һәм республика ярыштарында призлы урындар яуланы, ауыл райондары араһында Рәсәй чемпионатында көмөш призер булды.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнгән йәш хоккейсылар ҙа шулай уҡ еңеүҙәре менән ҡыуандырып ҡына торҙо.
Ябыҡ боҙ кортын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Руслан Насретдинов, “Өфө” хоккей клубы президенты Антон Матренин, район Советы секретары, “Төньяҡ ел” ябыҡ хоккей корты төҙөлөшө кураторы Фәрит Әйүпов һәм башҡалар ҡатнашты.


Ҡыҙыл таҫманы тантаналы киҫкәндән һуң Айҙар Әнғәм улы сарала ҡатнашыусыларҙы халыҡ өсөн кәрәкле спорт объекты асылыу менән ихлас ҡотланы һәм был сара Ҡариҙел спортсыларын яңы еңеүҙәргә дәртләндерер, тигән ышанысын еткерҙе. Артабан район хакимиәте башлығы хоккей кортын төҙөүҙә аҡсалата йәки физик көс менән ярҙам иткәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Айҙар Әнғәм улы Руслан Насретдиновҡа мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге һәм башҡа әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә һайлаусылар наказын үтәргә әүҙем булышҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ Антон Матренинға йәш быуынды тәрбиәләү эшенә, ауыл ерендә хоккей спортын үҫтереүгә һәм Ҡариҙел районы һәүәҫкәр командаларын үҫтереү һәм һөнәри үҫеш өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ярҙам иткәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ҡариҙел ауылында хоккей кортын төҙөгәндә махсус техника менән булышҡаны өсөн Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең хужалыҡ мөдире Ринат Шәйехов, төҙөлөштә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн бинаны хеҙмәтләндереү буйынса эшселәр Әлфит Ғәлиәкбәров һәм Рәис Харисов та Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар Айдар Сәләхов, Азат Ҡыяметдинов, Рәдис Ғәлиханов, “Заказсы хеҙмәте” муниципаль ҡаҙна учреждениеһының баш инженеры Айгөл Шәйехова, район Советы рәйесе, “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡариҙел РЭС-ы начальнигы Самат Ғайсин, район Советы депутаттары — шәхси эшҡыуар Игорь Несмиянов, Илшат Әйүпов, “Арт-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Артур Гәрәев, мәғариф бүлеге етәксеһе Руслан Мусин, шулай уҡ спорт мәктәбе, мәктәптәр, балалар баҡсалары коллективтары Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Теманы дауам итеп...
Фәрит Әйүпов, район Советы секретары:
— Ҡыуанысыбыҙҙы әйтеп аңлатып булмай! Ниһайәт, катоклы булдыҡ. Хәҙер элеккесә тонналап ҡар көрәргә кәрәкмәй, һалҡын ел дә ҡурҡыныс түгел. Малайҙарҙың хыялы тормошҡа ашты. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә бала саҡтан ошо хаҡта хыялландым. Шуныһы ла мөһим — беҙ ҙур подрядсы ойошмаларҙы йәлеп итмәй, ҙур сығымдар түкмәй ошо кәрәкле объектты төҙөй алдыҡ. Яңы йыл каникулында каток тулы баланы күреп күңел ҡыуанды. Иртәнән кискә тиклем улар бирелә ваҡыттарын файҙалы үткәрҙе. Иң беренсе, балалар исеменән Айҙар Әнғәм улына спорт өлкәһендәге проекттарҙы яҡлағаны өсөн рәхмәт әйтке килә. Дүрт йыл эсендә уның етәкселегендә ошо хоккей коробкаһында яңы пластик борттар ҡуйылды, Абыҙ ауылында яңы хоккей коробкаһы, йылы кейенеп-сисенеү урыны төҙөлдө. Һәм бына ошо һоҡланғыс ябыҡ Арена барлыҡҡа килде. Ошо спорт объектын төҙөүҙә ҡатнашҡан барлыҡ кешегә лә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. “Төньяҡ ел” боҙ корты бик күп быуын балаларына хеҙмәт итһен.


Лилиә Бәҙретдинова.
Станислав Татаринов фотоһы.
Ҡариҙел районы.

Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Ҡариҙелдәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Автор:
Читайте нас: