Иван Ғәйнетдин улы Мишкә районы Октябрь ауылында 1961 йылдың Бөйөк Еңеү көнөндә күп балалы ғаиләлә тыуған. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында, ә урта мәктәпте Сурайҙа тамамлай. Көҙгө ямғырҙар, ҡышҡы бурандар, яҙғы батҡаҡтар ҡурҡытмай уны, көн дә йәйәү йөрөп уҡый. Бөрө ҡалаһында һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Йәш саҡтан уҡ атаһына ауыл хужалығында булышып үҫә. Трактор йөрөтөргә лә, уны ремонтларға ла атаһынан өйрәнә.
Германияның Ваймер ҡалаһында танк ғәскәрҙәрендә армияла хеҙмәт итә Иван Каликаев. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған ауылында хужалыҡта эш башлай. Һуңынан Нефтекама ҡалаһына күсеп, токарь булып хеҙмәт юлын дауам итә. Һеңлеһенең туйында буласаҡ тормош иптәше, Борай ҡыҙы Рәсидә менән танышып, матур донъя ҡоралар. Рәсидә апай Бөрө дәүләт педагогия институтында биология һәм химия уҡытыусыһы һөнәренә уҡып сыҡҡас, йүнәлтмә буйынса Борай районы Мостафа ауылы мәктәбенә уҡытырға ебәрелә. Шулай итеп, йәш Каликаевтар ғаиләһе Әзәк йылғаһы буйындағы ауылға ҡайтып төпләнә. Бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. Әлеге көндә улар тормош иптәштәре менән Мәскәү өлкәһендә йәшәй. Рәсидә һәм Иван Каликаевтар өс ейәненә ҡыуанып бөтә алмай. 22 йыл элек Рәсидә апайҙың әсәһе ауыр сирләгәс, улар Борай ауылына күсенә.
Иван Ғәйнетдин улы тәүге тапҡыр ярышта ҡатнашҡан сағын бөгөнгөләй хәтерләй.
— Миңә 50 йәш тулған булһа ла, башта ҡыҙыҡһынып йүгереп ҡараным. Унан инде һаулыҡ нығый башлағас, даими шөғөлләнә башланым. Хәҙер тормошомдо йүгереүһеҙ, саңғыһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, — ти ул.
Сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт менән шөғөлләнеү төбәк ярыштарында еңергә, хатта Бөтә Рәсәй призеры булырға ла ярҙам итә уға. Йыш ҡына ул үҙенең ветеран йәштәштәренән генә түгел, йәштәрҙән дә алда бара. Күрше Мишкә, Яңауыл, Бөрө, Ҡалтасы һәм башҡа райондарҙа үткән бер ярышты ла ҡалдырмай ул.
Иван Каликаевтың йүгергән иң оҙон дистанцияһы — 21 километр, ә саңғыла — 20 километр. “Милләт кросы”нда 2012 йылдан башлап ҡатнашып, призерҙар пьедесталынан төшмәй.
Ярыштарҙа ҡатнашҡаны өсөн күп кенә грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр ала, районда иң яҡшы йүгереүсе булып таныла. Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға индергән өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эше өсөн Борай районы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Ә ошо ҡыш көндәрендә, һәр ваҡыттағыса, Иван Ғәйнетдин улын Һабантуй майҙанында, район үҙәк дауаханаһы паркында, тирә-яҡ урман һуҡмаҡтарында йүгергән сағында осратырға мөмкин. Бер үҙе генә түгел, тормош иптәше Рәсидә апай ҙа йәй көнөндә уның менән йүгерә, ҡышын саңғыла шыуырға сыға. Ғаиләлә берҙәмлек булғанда, икенсе яртың дәртләндереп, ярҙам итеп торғанда еңеүҙәргә еңелерәк ирешеләлер ул.
Иван Каликаев кеүек спорт менән әүҙем шөғөлләнеүсе, стадиондарҙа йүгереүсе, ҡышын саңғыла шыуыусы кешеләр булғанда, йәштәребеҙ ҙә уларҙан өлгө алып, сәләмәт тормош рәүешенә ылығыр.
Лира Юрасова.
Борай районы.