Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Декабрь , 11:06

МӘРГӘНЛЕКТӘ ТЫУҒАН БАТЫРЛЫҠ????

Бөрө ҡалаһында спорт алға киткән йүнәлештәрҙең береһе. Донъя кимәлендәге ярыштарҙа Бөрө спортсмендарының республика һәм Рәсәй копилкаларын әленән-әле алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар менән байытыуы, һис шикһеҙ, шул турала һөйләй. Йәштәрҙе юғары пьедесталға әҙерләүҙә тренерҙарҙың көсө баһалап бөткөһөҙ. Шундай күренекле тренерҙарҙың береһе - Ситдиҡов Зөфәр Әғләм улы.

МӘРГӘНЛЕКТӘ ТЫУҒАН БАТЫРЛЫҠ????
МӘРГӘНЛЕКТӘ ТЫУҒАН БАТЫРЛЫҠ????

          Зөфәр Әғләм улы Бөрө ҡалаһының 9-сы һанлы урта мәктәбен тамамлағандан һуң Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Студент сағында ныҡлап спорт менән шөғөлләнә башлай. Ҡулына диплом алыу менән Бөрө ҡалаһының “Буревестник” спорт мәктәбендә уҡтан атыу буйынса спорт төрөн үҫтереү һәм популярлаштырыу буйынса ең һыҙғанып эшләй башлай. Уның тәүге киң масштаблы  уңышы 1996 йылда башлана. Францияла үткән Халыҡ-ара Бөтә донъя студенттары универсиадаһында Рәсәй командаһы составында Ольга Королеваның бронза призеры була, ә Италияла Европа Кубогында Ситкина Наталья көмөш миҙал яулай.

1997 йылдан Зөфәр Әғләм улыреспубликала беренселәрҙән булып яңы спорт төрөн –ачери-биатлон йүнәлешен ойоштора. Теүәл бер йылдан саңғыла йүгереп уҡтан атыу буйынса Бөрөлә тәүге тапҡыр Рәсәй Чемпионатына нигеҙ һалынаһәм ул юғары дәрәжәлә үтә. Ундағыспортсмендаралты йыл рәттәнЕвропа һәм Донъя чемпионатында ҡатнаша. Икенсе Ҡышҡы Рәсәй Спартакиадаһында Лапшина Мария абсолют чемпион була. Ул Япония, Голландия кеүек төрлө илдәрҙә үткән халыҡ-ара чемпионаттарҙа ике йыл рәттән еңеүсе булып ҡайта. Дөйөм алғанда, йәш спортсменка Чемпионаттарҙа һәм Рәсәй Кубоктарында йәмғеһе 21 алтын, 10 көмөш һәм 15 бронза миҙалына лайыҡ була.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ:Зөфәр Ситдиҡов өлкән тренеруҡытыусы булараҡ республиканың башҡа тренерҙары менән  бер рәттән халыҡ-ара класлы биш спорт мастеры, 60 Рәсәй спорт мастеры, 600-ҙән ашыу спорт мастеры кандидаты һәм беренсе разрядлылар әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерә. Мәктәптең биш спортсмены күренекле тренер етәкселегендә ачери-биатлон буйынса Донъя һәм Европа чемпионы була. 2007 йылда тәрбиәләнеүселәре тарафынан ике рекорд теркәлә: Төркиәлә Е. Ворошнина донъя,ә Д. Самойлов Рәсәй рекорды ҡуя.

Зөфәр Әғләм улының шәхсән ҡаҙанышына килгәндә, халыҡ-ара класлы дүрт Рәсәй спорт мастеры, 33 Рәсәй спорт мастеры, 200 спорт мастеры кандидаты һәм 200-ҙән ашыу беренсе разрядлы спортсмен тәрбиәләгән.Күптән түгелШахринов Кирилл Великие Луки ҡалаһында үткән “Рәсәй өмөтө”  ярышында Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәп,34-се һанлы спорт мастеры булды. Спорт өлкәһендәге ижади эшмәкәрлегендәйәнә39 спортсмен халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, 7 алтын, 8 көмөш, 4 бронза яулай; 107 мәргән уҡыусыһы Рәсәй Беренселегендә 10 алтын, 18 көмөш, 11 бронза килтерә; 99 спортсмен Бөтә Рәсәй ярыштарында 10 алтын, 13 көмөш, 13 бронзаға лайыҡ була.

Зөфәр Әғләм улы Европа Кубогының ике этабында (1996 й. –Рим ҡалаһы, Италия, 2007 й. – Кипр) уҡтан атыу буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры статусында ҡатнаша. Был ярыштарҙа Рәсәй спортсмендары тарафынан төрлө кимәлдәге ундан ашыу миҙал тренерҙың уңыш галереяһын тулыландыра. Шулай уҡ ул уҡтан атыу һәм ачери-биатлон буйынса Башҡортостан һәм Бөтә Рәсәй категорияһында судья була.  Уның балалар спорты үҫеше  өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте “Талантлы балалар – Рәсәйҙең киләсәге” энциклопедияһында ла билдәләнгән.

Бәләкәй генә ҡалала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән тренер коллегалары араһында һәм Рәсәй спорт йәмғиәтендә ҙур авторитет ҡаҙана. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан, Рәсәй һәм элекке СССР-ҙың төрлө министерстволары һәм ведомстволары тарафынан 50-нән ашыу Маҡтау грамоталары менән баһаланған. “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры” Почет билдәһе, “Башҡортостан Республикаһының физик культура хеҙмәткәре” дәрәжәһенә лайыҡ. Юғары ҡаҙаныштары өсөн “Уҡытыусы” номинацияһында миҙал менән бүләкләнгән.Инициативалы, эшен еренә еткереп эшләүсе тренерға күптән түгел Рәсәй Президенты В.В.Путин  тарафынан “Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры” тигән юғары исем өсөн приказға ҡул ҡуйылған.

Күренекле тренерҙың педагогик ҡаҙаныштары бер йүнлештә эшләүсе ғаиләһе менән дә бәйле. Һөйөклө ҡатыны Флүзә Наил ҡыҙы менән студент саҡта танышалар һәм егерме икейыл бер мәктәптә эшләйҙәр. Сәләмәт тормош яҡлы ғаиләлә Гөлнара менән Дилара лабәләкәйҙән спортҡа ылыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Флүзә Наил ҡыҙы яман шеш ауырыуынан дүрт йыл элек уларҙы мәңгегә ҡалдырып китә. Бөгөн “Буревестник” спорт мәктәбендә әсәһенең юлын Рәсәй спорт мастеры Гөлнара Зөфәр ҡыҙы дауам итә, ә бәләкәй Кәрим ҡартатаһының һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша.Өфөлә йәшәүсе ейәндәре Самира, Камила һәм Тимур ҙа уңыштары менән һөйөндөрөп торалар.

Борон-борондан төрлөырыуҙарҙанхалыҡ бергә йыйын уҙғарыр һәм көслөлөктә, етеҙлектә, мәргәнлектә көс һынашып майҙан тотор булған. Был майҙанда таҫыллы, тәжрибәле, үҙ йәнен аямағандар ғына еңеүгә өлгәшкән. Батырҙарҙың исеме шул арала бөтә илгә таралыр булған. Бөрө ҡалаһында йәшәүсе СитдиҡовЗөфәр Әғләм улы ла тап шундай батырҙарҙан һанала. Уның бер урында туплаған 43 йыллыҡ тәрән педагогик тәжрибәһе һәм авторитеты мәктәптә генә түгел, ә республика, ил һәм донъя кимәленә танылыу яулаған.

Балалар тәрбиәләүгә, йәш спортсмендар үҫтереүгә күп көс түккән тренерға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Ғәлиә Ғәниева.

Автор:
Читайте нас: