Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Ноябрь 2024, 13:00

Форумда ҡатнаштылар

Өфөлә “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең спорт ведомстволары, физкультура һәм спорт  ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Көрәш һарайында форумдың пленар ултырыштары уҙҙы. Халыҡ-ара сарала мишкәләр ҙә ҡатнашты.

Форумда ҡатнаштылар
Форумда ҡатнаштылар

Район делегацияһын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Лариса Александрова етәкләне. Форумда физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Алена Фәтхинурова, ГТО тапшырыу тест үҙәге етәксеһе Татьяна Шамиданова, физкультура уҡытыусылары, тренер-уҡытыусылар һәм методистар ҡатнашты.

Көрәш һарайында үткән кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин асты һәм Радий Хәбиров исеменән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы сәләмләне, Башҡортостандың спорт өлкәһендәге төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. Республикала һәр районда, ҡалала үҫешкән спорт инфраструктураһы — физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, ябыҡ боҙ катоктары, стадиондар, спорт майҙансыҡтары, түләүһеҙ секциялар һәм түңәрәктәр булһын өсөн ҙур эш башҡарыла. Масса-күләм һәм адаптив спорт үҫеше, МХО ветерандарын реабилитациялау, тренерҙарға ярҙамлашыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләр ҡуйылды.

Башҡортостан спорт объекттары һаны буйынса Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала өсөнсө урын яулай. Еңел атлетика манежы менән спорт комплексы һәм Боксты үҫтереү үҙәге төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

Совет ултырышы физик культура һәм спортты үҫтереүгә индергән өлөш өсөн Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырыу менән тамамланды.

Виктория Ишмырҙина.

Автор:
Читайте нас