Бөгөн – Атайҙар көнө. Был бик үҙенсәлекле көн, беҙ тормошобоҙҙағы иң яҡын, ҡәҙерле кешеләребеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен әйтә һәм һөйөүебеҙҙе белдерә алабыҙ. Балалар тәрбиәләүҙә атайҙар роле бик ҙур, бөгөн уларҙың биргән аҡылдары, тормош һабаҡтары һәм тәжрибәһе өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, сабырлыҡтары, ауыр саҡтарҙа эргәбеҙҙә таяныс булыуҙары өсөн шатланып бөтә алмайбыҙ.
Бөгөн – уларҙың байрамы, һәр ғаилә тормошонда атайҙарҙың ни тиклем мөһимлеге тураһында уйлана, рәхмәт тойғолары менән иҫкә ала торған көн был. Атайһыҙ ғаиләлә тигеҙлек һәм гармония юғала. Ул тыуҙырған ышаныслы һәм һөйөүгә сорналған мөхитте булдырып булмай. Атай үҙ миҫалында башҡаларҙың ҡәҙерен белергә, хөрмәт итергә өйрәтә, изге эштәргә һәм етди аҙымдарға ҡанатландыра.
Атай ғаиләһен яҡлаусы һәм туйындырыусы ғына түгел, ул – кәңәшсе, дуҫ, хатта бала алдындағы тәүге ҡыйыу герой ҙа. Хеҙмәт һөйөүгә лә, намыҫлы булыуға ла ул өйрәтә, уның менән үткәргән мәл киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мәжбүр итә. Беҙ атайҙар менән тормош һабаҡтарын бергә үтәбеҙ, шатлыҡ һәм ауырлыҡтарҙы бергә кисерәбеҙ. Уларҙан алған аҡыл, көс һәм түҙемлек быуындан-быуынға күсә килә.
Атайҙар көнө – йәш, әммә илебеҙ өсөн бик әһәмиәтле байрам. Ул ғаилә институтын нығытыуға, ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға, балалар тәрбиәләүҙә ата-әсә ролен күтәреүгә йүнәлтелгән. Байрам 2021 йылда рәсми статус алды, йыл да октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Атайҙарығыҙҙы ҡотларға, йылы һүҙҙәр әйтергә онотманығыҙмы?
Автор:Дина Арсланова.