Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Сентябрь , 10:18

Балтастар спортты ярата

ГТО тапшырыу буйынса район республикала алдынғы урында

Балтастар спортты ярата
Балтастар спортты ярата

Республикабыҙ ГТО комплексын тапшырыуҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Ә был, үҙ сиратында, йәштәрҙең спорт менән ҡыҙыҡһыныуын үҫтерә. Бынан тыш, уны ғәмәлгә ашырыу патриотик тәрбиә биреүгә ярҙам итә, сөнки программа маҡсаттарының береһе — Ватанды һаҡлауға әҙерләү. ГТО комплексы физик әҙерлек буйынса төрлө нормативтарҙы үҙ эсенә ала, уларҙы уңышлы үтәп, алтын, көмөш йәки бронза билдәләр алырға мөмкин.

 

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда спорт өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Төрлө программалар һәм ярҙам саралары ла ғәмәлдә. Был ҡыуаныслы күренеш Башҡортостандың масса күләм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән традицияларҙы хөрмәт итеүен асыҡ сағылдыра. Шуларҙың береһе — “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” проектын тергеҙеү.
"Мин һәр ваҡыт спорт һәм уның менән бәйле бөтә нәмәне Башҡортостан дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше тип әйтәм. Физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса юғары дәрәжәлә фекер алышабыҙ, башланғыстарҙы хуплайбыҙ, мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ", — тине республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең бер сығышында.
ГТО комплексын Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырыуҙың планы буйынса 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы 15-се урында. Сағыштырғанда, 2022 йылда 19-сы урында булған. Тимәк, йылдан-йыл үҫеш юлында.


ГТО порталында Башҡортостандан 832 меңдән ашыу кеше теркәлгән, нормативтар тапшырыуҙа 492 меңдән артыҡ кеше ҡатнашҡан, 315 меңдән артыҡ алтын, көмөш, бронза билдә алынған. Рейтинг нигеҙендә республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары араһында беренсе урында — Балтас, икенсе урында — Яңауыл, өсөнсө урында Ҡалтасы райондары килә.
Районда “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы ГТО тест үҙәге булып тора. Бирелә 2020 йылда нормативтарҙы тапшырыу өсөн яңы майҙансыҡ булдырылды.

Ул — 20-нән артыҡ спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн йыһазландырылған майҙан. Бында теләгән һәр кем шөғөлләнә ала. Яңы майҙансыҡ “Спорт — тормош нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сафҡа индерелде.


Фекер...
Фәрит Ғәлимов, тест үткәреү үҙәге етәксеһе, “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры:
— ГТО билдәһе физик сәләмәтлек күрһәткесе генә түгел, ул үҙенең хужаһы өсөн башҡа мөмкинлектәр ҙә аса. Шуларҙың береһе — юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балдар. Әлеге сараларҙың төп маҡсаттары булып үҫеп килеүсе быуында спортҡа һөйөү уятыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, физик әҙерлекте арттырыу һәм яҡшы нәтижәләр күрһәтеүселәрҙе асыҡлау тора.
Совет заманы осоронда йәшәгәндәр ГТО тапшырыуҙарҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә алалыр. Күпмелер ваҡыт ул онотолоп та торҙо. Шулай ҙа йәнә ғәмәлгә индерелде. Һаулыҡ хаҡында ҡайғыртыусылар, спорт һөйөүселәр өсөн республика тарафынан барыһы ла булдырыла, тормошҡа ашырыла. Нәтижәлә спорт менән даими рәүештә шөғөлләнеүселәр һаны күҙгә күренеп арта. Был күренештә әүҙем халыҡтың, Хөкүмәтебеҙҙең һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың өлөшө ҙур.


Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

Балтастар спортты ярата
Балтастар спортты ярата
Балтастар спортты ярата
Автор:
Читайте нас: