Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Август , 14:09

Өлкәндәр алдынғылыҡты бирмәй

Башҡортостанда өлкәндәр спортын үҫтереү төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Борай районында ла өлкәндәр спорты юғары дәрәжәлә үҫә.

Өлкәндәр алдынғылыҡты бирмәй
Өлкәндәр алдынғылыҡты бирмәй

Нәҡ беҙҙең районда баскетбол, футбол, волейбол, йөҙөү, хоккей, өҫтәл теннисы, шахмат һәм башка спорт төрҙәре буйынса район ярыштары ғына түгел, зона ярыштары ла уҙа. Зона ярыштарын үткәреү өсөн Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залдары, яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы, «Океан» бассейны, мәктәптәр эргәһендәге спорт майҙансыҡтары файҙаланыла. Ярыштарҙа беренсе урындарҙы алған командалар һәм ҡатнашыусылар ярыштарҙың республика һәм төбәк этаптарында ҡатнаша.


Мәҫәлән, «Өлкән быуын» федераль проектын һәм «Спорт-тормош нормаһы» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Борай районынан спорт ветерандары Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙары спартакиадаһында көмөш миҙал яуланы! Спорт ярыштары Нефтекама ҡалаһында уҙҙы. Унда 200-ҙән артыҡ спортсы ҡатнашты. Өс көн дауамында бөтә республиканан 25 команда спорттың һигеҙ төрөндә көс һынашты: дартс, ГТО нормативтары, өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, йәҙрә менән атыу һәм ҡатнаш эстафета. Борай районы командаһы составына Марат Хәйруллин, Ринаф Хөснөтдинов, Айдар Мөслимов, Рәсимә Таһирова, Рәмзиә Тажетдинова, Фәрит Ситдиков, Флүрә Ғабдуллина, Әнифә Ғилимшина һәм Валерий Шәрипов инде. Улар Краснокама районы спортсыларынан ҡалышып, икенсе урын яуланы.

Белешмә:

Башҡортостанда физик культура һәм спорт менән ике миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә – өс йәштән 79 йәшкә тиклемге халыҡтың 58,2 проценты. Республикала 13,3 мең спорт объекты эшләй, 142 учреждениела 112 меңдән ашыу бала шөғөлләнә.
Спорт объекттарын төҙөү, ремонтлау Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды. Республика етәксеһе бер нисә тапҡыр спорттың кешеләрҙә тик иң яҡшы сифаттарҙы ғына формалаштырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Спорт беҙҙе иң яҡшы сифаттарға тәрбиәләй, көслө, ныҡышмалы, дисциплиналы итә. Һәм, әлбиттә, һау-сәләмәт. Шуға күрә беҙҙең иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе - спорт менән шөғөлләнеүҙе, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, халыҡҡа еткерә алыу, ти Радий Хәбиров.

“Беҙ инфраструктураға ҙур инвестициялар яһайбыҙ - яңы спорт ҡоролмалары һәм объекттары төҙөйбеҙ. Уларҙың һөҙөмтәле эшләүе тураһында уйлау мөһим. Һәм һәр бала үҙе ҡыҙыҡһынған дисциплина менән шөғөлләнә ала”, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фекер...
Салауат Муллағәлиев, Борай районының физик культура һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы:
Районыбыҙҙың өлкән спортсылары әленән-әле төрлө дәрәжәләге спорт ярыштарында ирешкән уңыштары менән барыбыҙҙы ла һөйөндөрөп тора. Был уларҙың беренсе еңеүҙәре генә түгел. Улар һуңғы йылдарҙа бик күп ярыштарҙа ҡатнашып, район данын лайыҡлы яҡланылар. Спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән өлкәндәр «Хәрәкәттә — бәрәкәт, спорт беҙгә сихәт, дәрт-дарман бирә, ә ярыштар беҙҙе осраштыра, аралашырға мөмкинлек бирә.

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: