Спортсы, көрәшсе булараҡ та Радий Хәбиров спорт өлкәһенә ярҙам итеү кәрәклеген аңлай. Шуға күрә республикала был йүнәлеш эҙмә-эҙлекле һәм комплекслы үҫеш юлында.
Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа балалар һәм йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү һәм һәләтле спортсыларға ярҙа итеү өсөн бик күп саралар күрелде.
Балтас районында ла спорт мөһим урын алып тора. Йәш спортсыларға бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған — районда “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Балалар- үҫмерҙәр спорт мәктәбе, мәғариф ойошмаларында төрлө түңәрәктәр эшләй. Ә балалар, үҙ сиратында, төрлө дәрәжәләге ярыштарҙа ҡатнашып, уңыштарға ирешә.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәре Рәшит Карамов районда көрәш үҫешенә ҙур көс һалыусы тренер. Ул 1961 йылда Мата ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡып, күрше ауылда — Штәнделә урта мәктәпте тамамлай һәм 1978 йылда Өфө педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә.
Юғары уҡыу йортонда белем алған ваҡытта Рәшит Карамов көрәш, дзюдо кеүек спорт төрҙәре менән ныҡлап мауыға башлай.
Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, мәктәптә уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Эшен ихлас күңелдән яратып, тырышып, бар көсөн һәм белемен һалып башҡара.
2007 йылда мәктәптәге төп эшенән тыш Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә лә көрәш буйынса түңәрәк алып бара. Санкт-Петербургта ситтән тороп уҡып, тренер-уҡытыусы дипломын ала. Рәшит Карамов етәкселегендә спортты үҙ итеүселәр район, республика, Рәсәй күләмендә үткән төрлө ярыштарҙа еңеүсе һәм призер була.
Һабантуй байрамын улар түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Рәшит Мәғдәт улы етәкселегендә йәш көрәшселәр көс туплап, ныҡлап әҙерләнеп, “Һабантуй батыры” исеменә һәм төп бүләккә лайыҡ була. Үҙенең ике ул улы ла көрәштә ҙур ҡаҙаныштарға иреште.
Әлеге ваҡытта Рәшит Карамов мәғариф өлкәһендә хаҡлы ялға сығып, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул төрлө дәрәжәләге грамоталар, Рәхмәт хаттар һәм “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булған.
Шулай итеп...
Республикала Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу һәм физик әүҙемлекте үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә. Был физик үҫешкә генә түгел, ә үҫмерҙәрҙә лидерлыҡ сифаттарын, дисциплина һәм команда рухын формалаштырыуға ла ярҙам итә. Башҡортостан һәр баланың спорт менән шөғөлләнеү һәм юғары үрҙәргә ирешеү мөмкинлеге булһын өсөн инфраструктура һәм төрлө ярҙам программаларын үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләүен дауам итә.
Рәшит Мәғдән улы чемпиондары менән.
Фиррғәт Нәбиуллин.