Өфөлә алтынсы тапҡыр уҙған “Ҡанатлан!” республика мәғариф форумы сиктәрендә бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Ҡубияҙ урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Мөхәмәтнур Шәйхелғәли улы Арысланов та бар ине. Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте һәм спорттағы ҡаҙаныштары өсөн сәләмәт тормош алып барған һәм уҡыусыларын да шуға өндәгән райондашыбыҙ «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды.
Мөхәмәтнур ағай мəктəптə уҡыған сағында уҡ еңел атлетика, гер күтәреү, армрестлинг һəм көрəш буйынса район чемпионы була. Йәш спортсы шул ваҡытта уҡ тиҫтерҙәре һәм уҡытыусылар араһында ышаныс һәм ихтирам яулай, шуға ла мәктәпте тамамлау менән уға физкультура дәрестәрен уҡытыуҙы ышанып тапшыралар.
Дыуан районында, Свердловск өлкәһендә техникумдарҙа, артабан Бөрө педагогия институтында ситтән тороп уҡыған осорҙарҙа армрестлинг, гер спорты буйынса көмөш призер, көрəш буйынса Рәсәй призеры, Башҡортостан чемпионы һәм көрəш буйынса спорт мастерына кандидат исеменə лайыҡ була.
Мөхәмәтнур Шәйхелғәли улы 39 йыл буйына һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Ошо йылдар эсендә ул күпме балала спортҡа, сәләмәт тормошҡа һөйөү тәрбиәләй?! Уның уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре спорт төрҙəре буйынса район чемпионы данын дүрт тиҫтəгə яҡын тота, республика күлəмендə үткəн спорт сараларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Уның балаларға ҡарата булған мөнәсәбәте,
белем биреү алымы дəрестәргә йәлеп иткəн һөйөү, дисциплина, күнекмәләр менән үрелеп бара.
Тәжрибәле уҡытыусы 1-се класс уҡыусыларында уҡ уларҙың теге йәиһә был спорт төрө буйынса һәләтен күреп үҫтерергə тырыша. Мини-футбол, шахмат, еңел атлетика, саңғы спорты, волейбол буйынса уҡыусылар яҡшы күрһəткестəргə ирешə. Уның 26 уҡыусыһы физик культура уҡытыусыһы белгеслеге буйынса белем алған. Улар спортҡа һөйөү тəрбиәлəгəн, дисциплинаға, маҡсатҡа, юғары һөҙөмтәләргә ирешергə өйрəткəн уҡытыусыларына, тренерҙарына рəхмəтле. Күбеһе әле лә яратҡан уҡытыусылары менән аралашып тора, эшсе йәштәр араһында үткəрелгəн ярыштарҙа ҡатнаша, спорт йыһаздары алыуҙа ярҙам итə.
Мөхəмəтнур Шəйхелғәли улына күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2015 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә, ә күптән түгел ул «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды.
Мөхәмәтнур Арысланов хеҙмәттәштәре, уҡыусылары араһында оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы булһа, ғаиләһендә ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле атай һәм һөйөклө олатай. Үҙе һымаҡ бар ғүмерен мәғарифҡа арнаған Гөлфизә Алтынтимер ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итеүҙәренә лә көҙөн 40 йыл тула. Үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, тырыш, егәрле ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Улар инде күптән ғаилә ҡороп, үҙ аллы матур тормош көтә. Мөхәмәтнур ағай менән Гөлфизә апай бөгөн ике ейән-ейәнсәренә һөйөклө олатай менән өләсәй булған.
Мөхәмәтнур Шәйхелғәли улы һымаҡ йәш быуынды спортҡа йәлеп итеп, көслө рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләүсе уҡытыусылар барҙа, киләсәгебеҙ ышаныслы булыр.
Наилә Имаева.
Асҡын районы.