Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар , 08:20

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

Күршең үҙеңдән дә шәп булһын, тип халыҡ юҡҡа әйтмәй. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ут күршеләребеҙ #асҡындар менән ғорурланабыҙ. Беҙҙә район-ара саралар төрлө өлкәлә юғары кимәлдә ойошторола. Ә иң мөһиме ул дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыу менән бәйле. #Айыҡауыл2023#Трезвоесело2023

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ
Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ


Бөгөн #Асҡын районы үҙенең төйәгенә #Тәтешле#Борай#Ҡариҙел#Балтас райондарынан, #Янауыл ҡалаһынан һәм #Пермь крайының #Чернушка районынан спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы.

Шәрип Васиков иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Төлгөҙбаш ауылында   ойошторолдо. Дуҫлыҡ байрамында ҡатнашыусылар күңел асып, аралашып, күтәренке кәйеф менән тыуған яҡтарына таралышты.

Сарала ҡатнашыусылар һәм Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы  Башҡарма комитеты исеменән асҡындарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Дуҫлыҡ байрамдарында күрешергә насип итһен, милләттәштәр!

Шәрип Васиков батырлығы өсөн үлгәндән һуң “Советтар Союзы Герйы” исеменә тәҡдим ителгән булһа ла уны Ленин ордены менән бүләкләргә тигән ҡарар сығарыла.

Сығанаҡ:  https://vk.com/wall-191204526_1171

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #АйыҡАуыл2023 #ТрезвоеСело2023 #ҠариҙелРайоны #КаридельскийРайон #ФСГО #ФондГрантов #ГрантыГлавыРБ
#Абызовскийск
#Курултай #Ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #КараидельскийРайон #Ҡариҙел #Абызово #Абыҙ #ФСГОРБ #ТрезвоеСело2023 #АйыҡАуыл2023
#Ҡариҙелбашҡорттары

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ
Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ
Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ
Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ
Читайте нас: