Был ярыш балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең көсөн һәм етеҙлеген һынап ҡына ҡалманы, ә һәр команданың берҙәмлеген, әүҙемлеген дә күрһәтте. Ололарҙың балалар менән бер рәттән уйындарҙа ҡатнашып, бар мәшәҡәттәрен онотоп, бала саҡҡа ҡайтыуҙарын күреү үҙе бер ҡыуаныс булды.
“Яңы йыл ғаилә уйындары - 2024” бәйгеһендә райондың төрлө ауылдарынан 11 ғаилә ҡатнашты. Иҫке Балтастан — Вәлиевтар, Сәғдиевтар, Ғәлимхановтар, Түбән Һикеяҙҙан — Ғәзизовтар, Юғары Ҡарыштан — Сәлиховтар, Көндәшленән — Фәләхиевтар, Һәйтәктән — Рәхмәтуллиндар, Ҡурастан — Шерстобитовтар, Тусыбайҙан — Ниғәмәевтар, Штәнденән — Хәсәновтар, Иҫке Тимкәнән Саяповтар “Тупты таяҡ менән алып барыу”, “Ҡоршау (обруч) менән йүгереү”, “Бобслей” кеүек үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс ярыштарҙа көс һынашты.
Ҡыҙыу ярыш һөҙөмтәләре буйынса Иҫке Балтастан Аяз, Гүзәл һәм Рөстәм Вәлиевтар үҙҙәрен иң етеҙе һәм өлгөрө итеп танытты һәм еңеүсе булды. Ғинуар аҙағында улар Балтас районы данын яҡлап ошо бәйгенең республика этабында сығыш яһаясаҡ.
Еңеүсе һәм призер командаларға грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бындай саралар ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы яҡынайтып, берҙәмләштереп кенә ҡалмай, ә йәш быуынға ысын ғаилә ҡиммәттәренең әһәмиәтен дә аңлата, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итә. Асыҡ һауалағы хәрәкәтле уйындар һәм күңел асыуҙар барыһына ла рух күтәренкелеге, шатлыҡ бүләк итте, күңелле саранан халыҡтың оҙаҡ таралғыһы килмәй торҙо.
Фирғәт Нәбиуллин.