Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар , 12:10

Батырыбыҙ һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, уның даны - үлемһеҙ!

Шишмә-Үрәкәй ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Рөстәм Зөфәр улы Ғиндуллин иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте.

Батырыбыҙ  һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, уның даны - үлемһеҙ!
Батырыбыҙ һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, уның даны - үлемһеҙ!

Яугир яҡташыбыҙҙы иҫкә алыу, уның батырлығын онотмау, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, халыҡты спортҡа ылыҡтырыу, сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында ойошторолған  сараны  Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең төньяҡ филиалы педагог-психологы    Наза Миңлеғәлиева Арбаш ауыл Советы менән берлектә ойошторҙо һәм үҙе үк йәнле итеп алып барҙы.

Сараның тантаналы өлөшөндә әйтелгән һәр һүҙ илһөйәрлек, ғорурлыҡ менән һуғарылып, йөрәктәргә үтеп инде һәм һәр кемде тыныс тормоштоң ниндәй юғары хаҡ менән яулап алыныуы хаҡында уйланырға мәжбүр итте.

“Рөстәм  кеүек егеттәребеҙҙе юғалтыу беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ауыр. Ул иң тәүгеләр рәтендә Тыуған илебеҙҙе һаҡлар өсөн  махсус хәрби операцияға юлланды, беҙҙең һәм Ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн батырҙарса көрәшеп, һәләк булды. Рөстәм Зөфәр улы  райондың ғына түгел, республикабыҙҙың, илебеҙҙең ғорурлығы, батырлыҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ. Иң мөһиме – тыныс күк йөҙө, илебеҙ азатлығы өсөн баштарын һалғандарҙы онотмаһаҡ ине. Бөгөн махсус хәрби операцияла  хәрби бурыстарын үтәүсе яҡташтарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!”  -    тине  Арбаш ауыл биләмәһе башлығы  Фәнил Ихсан улы Зыятдинов һәм  Рөстәмдең ата-әсәһенә    ошондай ҡыйыу йөрәкле ысын ил һаҡсыһы һәм  илһөйәр ул тәрбиәләп үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Сәүиә Мәғәфүр ҡыҙы, бер туған ҡустыһы Илгиз ғәзиздәре Рөстәм Ғиндуллинды иҫкә алып, ошондай хәтер сараһын ойоштороусыларға, спорт байрамында ҡатнашыусыларға һәм барлыҡ ауылдаштарына рәхмәт  белдерҙе.

Шиғри күңелле ағинәй Әлфинә апай Зарипова  батыр ауылдашы Рөстәм Ғиндуллин тураһында яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Сарала  сығыш яһаусы һәр кем Рөстәм Ғиндуллиндың изге күңелле, ярҙамсыл, ипле һәм яуаплы егет булғанын һәм тыуған ауылы Шишмә-Үрәкәйҙе йәнләндереү, йәштәрҙе ауылға ҡайтарыу өсөн береһенән-береһе яҡшыраҡ пландар ҡороуын иҫкә алды. Уның ғәҙел, мәрхәмәтле һәм тыйнаҡ булыуын, киләсәккә матур пландар менән йәшәгәнен билдәләне. 

Сарала  ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән  батырҙы иҫкә алғас, саңғы ярышы башланды. Унда олоһо ла, кесеһе лә берҙәй дәррәү ҡатнашты. Иң оло саңғысылар Зилә Әсләмова менән Гүзәл Шәрәфетдиноваға 63 йәш булһа, иң кесеһе Амелияға ни бары  биш йәш  ине!

Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Һәр кем финишҡа беренсе булып килергә  ашыҡты. Ә финишта  саңғысыларҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу  ҡаршы алып, һәр кемгә тәмлекәстәр өләшеп, уңған хужабикәләр тарафынан әҙерләнгән байрам табынына шыжлап ултырған самауыр сәйен эсергә саҡырҙы.

Еңеүселәрҙе йәш төркөмдәренә бүлеп, ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында айырым билдәләнеләр.

10-15 йәшлек егеттәр араһында 1-се урынды   - Инсаф Ғиндуллин,  2-се урынды  - Роман Чертыков, 3-сө урынды Камил Шаймарҙанов яуланы.

10-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында  Зарема  Зыятдинова алдынғылыҡты бирмәне.

18- 35 егеттәр араһында 1-се урынды    - Руслан Зыятдинов, 2-се урынды  - Урал Зыятдинов,  3-сө урынды  Айбулат  Саҙретдинов  яуланы.

18 – 35 йәшлек ҡыҙҙар араһында   Альбина  Зыятдиноваға етеүсе булманы.

30 - 40 йәшлек ир-егеттәр араһында Сергей Чертыков алдынғылыҡты бирмәне.

50 йәштән өлкәнерәк ир-егеттәр араһында  1-се урынға -  Рәзиф Шәрәфетдинов, 2-се урынға - Рафаэль Шәрәфетдинов сыҡты.

50 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында  1-се урынға – Әлфиә Зыятдинова, 2-се урынға  Рушания Шәрәфетдинова, 3-сө урынға  Гүзәл Шәрәфетдинова лайыҡ булды.

Призлы урын яулаусыларға  Арбаш ауыл Советының Почет грамотаһы, ә ҡатнашыусы саңғысыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Спортсыларҙы бүләкләгәндән һуң, ауылдың уңған, йүнсел ир-уҙаманы Айрат Солтанәхмәтов  теләгәндәрҙе  байрамса биҙәлгән атына ултыртып, сараға тағы ла йәм өҫтәп, күңелдәрҙе елкендереп, ауыл урамдары буйлап йөрөттө.

Бына шулай  ҡаһарман яугир Рөстәм Ғиндуллин иҫтәлегенә ойоштролған саңғы ярышы хәтер, дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм спорт  байрамына әйләнеп, ауылдаштарына  ярыш сәме, күңелдәренә илһам, көс, дәрт өләште.

“Шулай бергә булайыҡ,берҙәм булайыҡ!  Батырҙарса һәләк  булған яҡташыбыҙҙың  рухы шатланып, тыныс  йоҡлаһын! Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын,егеттәребеҙ имен һау әйләнеп ҡайтһын!” – тип таралышты саңғы ярышында ҡатнашыусылар.

Наилә Имаева.

Читайте нас: