Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
10 Декабрь 2023, 04:00

Һәләтле йәш белгес

тәрбиәләнеүселәрен яңы уңыштарға илһамландыра һәм дәртләндерә

Һәләтле йәш белгесҺәләтле йәш белгес
Һәләтле йәш белгес

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе йәш быуын өсөн спорт донъяһына етди аҙымдар яһау урыны булып тора. Һәм бындай мәктәпкә йәш, энергиялы һәм үҙ эше өсөн “янып” торған тренер килһә, был, ысынлап, шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелә. Нәҡ бына шундай тренерҙарҙың береһе — Алмаз Сөләймәнов. Ул күптән түгел Иҫке Балтас Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә баскетбол буйынса тренер булараҡ хеҙмәт юлын башланы.

— Мәктәптә уҡығанда уҡ спортты үҙ иттем. Уның ниндәй генә төрө менән шөғөлләнмәнем — саңғы, теннис, футбол, волейбол, баскетбол. Барыһынан да тиерлек ярыштарҙа ҡатнаштым һәм уларҙың һәр береһенән ниндәй ҙә булһа мөһим тәжрибә алдым. Үҙемдән сығып шуны әйтәм: ярыштар балалар өсөн бик кәрәкле. Улар спортсыларҙа яуаплылыҡ хисе тәрбиәләргә ярҙам итә, — ти Ҡомъяҙы ауылы егете Алмаз Сөләймәнов.
Башланғыс кластарҙы — тыуған ауылында, урта мәктәпте Иҫке Балтаста тамамлаған егет Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында һөнәр үҙләштерә. Артабан Өфө ҡалаһындағы күп профилле колледжда тренер белгеслегенә уҡый.
Ауыр һәм онотолмаҫ студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Ҡулына диплом алғас, тыуған районында йәш тренер булараҡ хеҙмәт юлын башлай.
Тренер булып эшләү ауыр ҙа, яуаплы ла. Алмаз Сөләймәнов үҙенең ролен спорт мөмкинлектәрен үҫтереүҙә генә түгел, ә балаларҙа яуаплылыҡ, үҙ аллылыҡ тәрбиәләүҙә лә ярҙам итергә тейешлеген аңлай. Балаларҙы баскетболдың асылына төшөндөрөп, улар менән бергә яңынан-яңы уңыштарға ирешергә ниәтләй ул.
Яңы ғына эшкә урынлашһа ла, йәш белгес тырыша. Тәрбиәләнеүселәренең йәш үҙенсәлектәрен һәм уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, шәхси күнекмәләр программаһын төҙөй. Электән килгән традицион методикаларҙы һәм яңы фәнни яңылыҡтарҙы берләштерә. Хәҙерге ваҡытта башҡаса булмай ҙа. Бер нәмә лә урында тормай, замана алға атлауҙы талап итә.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй башлау Алмаз Ришат улының һөнәри һәм спорт тормошонда яңы баҫҡыс булып тора. Көс, йәшлек дәрте ташып торған белгестең яңы үрҙәргә ынтылышы балаларҙы спорт уңыштарына илһамландырыр һәм дәртләндерер.

Фирғәт Нәбиуллин.

Һәләтле йәш белгес
Һәләтле йәш белгес
Автор:
Читайте нас