Улар район, төбәк һәм республика ярыштарында әленән-әле призлы урындар яулай. Шахмат буйынса чемпиондар тәрбиәләүсе тренерҙарҙың береһе Булат Фәнис улы Фазылов тураһында һүҙебеҙ.
Булат Фазылов бала саҡтан шахмат менән мауыға. Тәүге дәрестәрҙән үк яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәктәп йылдарында район һәм төбәк ярыштарында күп тапҡыр еңеүсе һәм Башҡортостан Республикаһы чемпионаттарында призер була. Борай районы командаһы составында уҡыусылар араһында ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһы чемпионы титулын ала. Мәктәпте тамамлағас, ул Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инә. Унда яратҡан шөғөлөн дауам итә һәм колледж командаһы составында урта махсус уҡыу йорттары уҡыусылары араһында дүрт тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы була.
2019 йылда Булат Фазылов Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә тренер-уҡытыусы булып эшкә саҡырыла. Район мәктәптәре һәм гимназияһы уҡыусылары менән дә әүҙем эшләй. 2-се гимназияла Булат Фәнис улы 10-сы кластарҙа “Үргә ос!” проекты буйынса “Шахмат” модулен алып бара. Әлеге ваҡытта ул Башҡортостан физик культура институтының бишенсе курсында уҡый.
2023 йылда “Йөрәгемде балаларға бирәм” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашты. Бәйге сиктәрендә өҫтәмә белем биреү программалары тәҡдим ителде, асыҡ дәрестәр күрһәтте, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Һөҙөмтәлә Булат Фәнис улы еңеүсе тип табылды.
Шахматҡа һөйөүе һәм уйын буйынса туплаған тәжрибәһе өсөн Булат мәктәп тренерҙары Фәрит Ситдиҡовҡа, Мадис Фәрхетдиновҡа һәм Динар Яҡуповҡа рәхмәтле.