Бөгөн, 20 июлдә, Халыҡ-ара шахмат көнө билдәләнә. Аҡыл көсө, зирәклек талап иткән был боронғо уйын бөгөн дә популярлығын юғалтмай. Тотош ғаилә менән шахмат серҙәрен өйрәнеп, уны яратҡан шөғөлдәренә әйләндереүселәр ҙә бихисап районыбыҙҙа. Яңауыл ауылында йәшәп, сәләмәт тормош алып барған, күпләп мал аҫраған, бал ҡорттары ла ҡараған Ләйсән һәм Мөслим Хәлиуллиндар — нәҡ шундай ғаиләләрҙең береһе.
Хәҙерге компьютер, телефон, планшет, айфон һәм башҡа электрон мөмкинлектәр үҫешкән заманда улдарына дөрөҫ тәрбиә, йүнәлеш биреп, спортҡа йәлеп итеүсе Ләйсән һәм Мөслим Хәлиуллиндарға һоҡланмау мөмкин түгел. Үҙ балаларынан тыш, башҡаларҙа ла спортҡа - шахмат уйынына һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба.
Мең төрлө тормош мәшәҡәттәрен йырып сығып, һәр изге башланғысты күтәреп алып, уны тормошҡа ашырыусы, һәр нәмәлә матурлыҡ күреп, үҙҙәре лә матурлыҡ өләшеп йәшәүсе был ғаилә оҙаҡ йылдар уңыштары менән ҡыуандырып торһон.
"Шахмат ене" ҡағылған Хәлиуллиндар ғаиләһе тураһныда "Йәнтөйәк" гәзитенең киләһе һанында тулыраҡ уҡый алаһығыҙ.
Наилә Имаева.