Сарала район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов етәкселегендә райондың ойошма-предприятиелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, уҡыусылар , балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты үҙ иткән әүҙемдәр ҡатнашты. Уларҙың барыһын да илһөйәрлек хисе берләштерә: Бөйөк Рәсәйебеҙ артабан да нығынһын, уның күп милләтле, татыу, берҙәм халҡы имен, мул, тыныс тормошта йәшәһен!
Велоуҙышта ҡатнашыусылар араһында иң оло спортсыларҙың береһе Рәфхәт Хәмит улы Сәлимгәрәев. Уға 72 йәш.
- Мин 13 йәштән велосипедта йөрөй башланым. Тимәк, 60 йылға яҡын ошо ике тәгәрмәсле”тимер ат”ты йүгәнләгәнмен. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сараларҙан ситтә ҡалғаным юҡ. Бөгөн дә ҙур теләк менән килдем велоуҙышҡа. Бөгөн икеләтә байрам: Рәсәй көнөн һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләйбеҙ. Беҙҙең теләк бер: илебеҙ тыныс булһын, халҡыбыҙ имен тормошта йәшәһен! - тип уй-теләктәре менән бүлеште Рәфхәт Хәмит улы.
Спорт сараларының уртаһында ҡайнаусы әүҙем, рухлы ағинәй Гөлфинә апай Үҙәнбаева ла велоуҙышта ҡатнашты. 66 йәше менән барыусы райондашыбыҙ сараға ейәне Айҙар менән килгәйне. Ул да бирелгән маршрут буйынса ҙур теләк менән велосипедта йөрөп килде.
“ Ҡышын саңғыла, йәйен велосипедта йөрөйөм. Спорт – ул сәләмәт тормош. Ә сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!” - ти матурлыҡҡа ғашиҡ, спорт яратҡан, бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнаған әүҙем йәмәғәтсе ағинәй Гөлфинә Үҙәнбаева.
Велоуҙышта тотош ғаиләләре, хеҙмәт коллективтары менән килеүселәр ҙә күп булды. Мәҫәлән, Асҡын 2-се , “Күк сәскә”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары, район хакимиәтенең финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыттағыса өлгө булып, берҙәмлекте сағылдырҙы.
- Балалар бәләкәйҙән спортты яратып, үҙ итеп, ололар өлгөһөндә тик яҡшылыҡты күреп үҫергә тейеш . Беҙ йәш быуынға сәләмәт йәшәү рәүешенең, берҙәмлектең , илһөйәрлектең мөһимлеген аңлатырға тейешбеҙ. Ә бына бөгөнгө велоуҙыш һымаҡ саралар ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә лә инде, - ти велоуҙышта ҡатнашыусы тәрбиәселәр.
Наилә Имаева.