Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2023, 16:00

Зирәктәр көс һынашты

Бөгөн Ҡашҡа ауылының моделле китапханаһында Кәшиф Ғәбделхай улы Сәлихов иҫтәлегенә шахмат ярышы үтте.  

Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты

Кәшиф Ғәбделхай улы Сәлиховты иҫкә алып, шахмат турниры ойоштороу Ҡашҡа ауылында  күптән матур йолаға әйләнде.  Быйыл да  изге күңелле, һәр кемгә ихтирамлы, ярҙамсыл булған, ауылда шахмат кеүек зиһен көсөн талап иткән спорт төрөн үҫтереүгә ҙур көс һалған, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән Кәшиф Ғәбделхәй улын иҫкә алырға туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары  йыйылғайны.

Спорт сараһына Асҡын, Ҡашҡа, Әмир, Сөйөш, Яңауыл ауылдарынан һәм күрше Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылынан, хатта Свердловск өлкәһенән дә да шахматсылар килгәйне. Кәшиф Сәлиховтың беҙҙең аранан мәңгелеккә китеүенә 8  июндә 13 йыл тула. 

Сараны Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов барыһын да сәләмләп, ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән дә ҡотланы.”Айыҡ ауыл – 2022” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған шахмат турнирында ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Сараның бағыусыһы, Кәшиф Ғәбделхәй улының тормош иптәше Сания Зәйнулла ҡыҙы Сәлихова был сараның 13-сө йыл үткәрелеүен билдәләп, турнирҙа ҡатнашыусыларға һәм уны ойошторорға ярҙам иткән ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдиновҡа, һәр йылды матур итеп ойошторған Ҡашҡа моделле китапханаһы китапханасыһы Гөлфиә Сабироваға, әүҙем йәмәғәтсе Мәхмүт Ғәлләмовҡа рәхмәт еткерҙе.

Артабан һүҙ дин әһелдәре, Кәшиф Ғәбделхәй улының бала саҡ дуҫы Ҡәдим Карамовҡа һәм Дауыт Хәйрисламовҡа бирелде.

Улар һәр ваҡыттағыса Ҡөрьән аяттары уҡып,  Кәшиф Ғәбделхәй улы рухына доға ҡылды. Сания Зәйнулла ҡыҙы барыһына ла хәйер-саҙаҡаларын таратты.

Көсөргәнешле  турнирҙа балалар  әүҙем ҡатнашты.

Әйткәндәй, Яңауылдан Ләйсән һәм Мөслим Хәлиуллиндар улдары Нурислам һәм Әдил менән килгәйне. Был ғаиләлә барыһы ла спорт менән шөғөлләнә, бигерәк тә шахмат уйнарға яраталар. Ата-әсә улдарын һәр саҡ спорт ярыштарына, шахмат турнирҙарына йөрөтә икән. Был юлы ла уңыш нәҡ уларға йылмайҙы.

Төбәк-ара ярышта иң көслө шахматсылар асыҡланды.

Шулай итеп, 1-се урынға — Яңы Муллаҡай ауылынан Марат Фәтхелисламов лайыҡ булды. Тәжрибәле шахматсы судья ролен дә ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.

2-се урынға — Ҡашҡанан Йәғәфәр Фәүзетдинов, 3-сө урынға — Сөйөштән Райхан Фазлетдинов лайыҡ булды.

Балалар араһында 1-се урынға - Яңауылдан Нурислам Хәлиуллин, 2-се урынға -  Әдил Хәлиуллин , 3-сө урынға Әмир ауылынан Данир Нартдинов эйә булды.

Шахмат турнирында ҡатнашыусы һәр кемгә —  Сәлиховтар ғаиләһе әҙерләгән бүләктәр, еңеүселәргә миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.

Сарала  ҡатнашыусылар өсөн сәй табыны ла  әҙерләнгәйне. Уйын барышында һәр кем тәмлекәстәр менән сәй эсеп, ял итеп алды.

  “Сараны ойошторорға ярҙам итеүсе  Мәхмүт  Ғәлләмовҡа, китапханасы Гөлфиә Сабироваға бик ҙур рәхмәт. Тормош иптәшемде  хөрмәт итеп, бергә иҫкә алырға килеүселәргә һәм   шахмат ярышында ҡатнашыусыларға ла сикһеҙ рәхмәттәрем”, —  тине  турнирҙы ойоштороусы һәм уның бағыусыһы булған Сания Зәйнулла ҡыҙы Сәлихова.

Наилә Имаева.

 

Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Зирәктәр көс һынашты
Читайте нас: