Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2023, 11:30

Бөрөлә - “Батырҙар уйындары”

Сара ололарға ла, балаларға ла ҡыҙыҡлы булды.

Бөрөлә - “Батырҙар уйындары”
Бөрөлә - “Батырҙар уйындары”

Ватан һаҡсылары көнөнә арналған спорт-илһөйәрлек байрамы быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Бөрө ҡалаһы сираттағы тапҡыр ялдарын күңелле итеп үткәрергә теләгән республика ҡунаҡтарын ҡабул итте. “Батырҙар уйындары” - барлыҡ ғаилә өсөн байрамға әүерелде, унда һәр кем үҙен етеҙлектә, таһыллыҡта һынай алды.

Был байрамдың маҡсаты – сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, үҫеп килгән быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, автомобиль транспортын үҫтереү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау.

Барлыҡ ҡунаҡтар өсөн стандарт автомобилдәрҙә ҡулсала уҙыш уҙғарылды. Еңеү яулау өсөн көрәштә автомобилдәрҙәге спортсылар бер-береһен трассанан сығарырға тырышты.

Беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында таба ырғытыу буйынса ойошторолған Башҡортостандың асыҡ чемпионаты ла күңелле тамашаға әүерелде. Унда  республикабыҙ гүзәл заттары үҙҙәрен әлеге оҫталыҡта һынаны. Еңеүселәр бүләктәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар алды.

Балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Улар өсөн ойошторолған хәрби-спорт уйынында автоматты йыйыу-һүтеү, магазинға патрондар тултырыу, Калашников автоматынан атыу, гранатаны йыраҡлаҡҡа ташлау кеүек ярыштарҙа ҡатнаштылар.

 Башҡортостандың “Хәүефһеҙлек мәктәбе” хәрәкәте иһә барлыҡ теләүселәргә күңелһеҙ хәлгә тарығандарға  нисек итеп тәүге ярҙамды  күрһәтергә өйрәтте.

Фото: Бөрө районы хакимиәтенән.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Бөрөлә - “Батырҙар уйындары”
Бөрөлә - “Батырҙар уйындары”
Автор:
Читайте нас: