Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2023, 10:18

Афарин, Ҡариҙел көрәшселәре!

Тулыраҡ:

Афарин, Ҡариҙел көрәшселәре!
Афарин, Ҡариҙел көрәшселәре!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Ярыш Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа арналды. Унда республиканың 20 ҡала һәм районынан 400 көрәшсе ҡатнашып, 2005-2006, 2007-2008, 2009-2010 йылғы үҫмерҙәр көс һынашты.

Ҡариҙел районы көрәшселәре лә ярышта призлы урындарға лайыҡ булды. Әмирхан Фәтихов (75 килограм ауырлыҡ категорияһында) — 1-се, Әнүәр Әхмәтғәлиев ( 55 кг ауырлыҡ категорияһында), Камил Әкрәмов (65 кг ауырлыҡ категорияһында), Динар Кашапов (70 кг ауырлыҡ категорияһында) — 2-се, Тимур Әүхәҙиев (65 кг ауырлыҡ категорияһында) 3-сө урын яуланы.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Афарин, Ҡариҙел көрәшселәре!
Афарин, Ҡариҙел көрәшселәре!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: