Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2023, 09:00

Уҡытыусы, умартасы, рәссам

#СәләмәтлекҘурБайлыҡ#ЗдоровыйОбразЖизниБудущееРоссии#СәләмәтТормошРәүеше

Уҡытыусы, умартасы, рәссам
Уҡытыусы, умартасы, рәссам

Владислав Ҡотлояров сәләмәт тормошто әүҙем пропагандалай

Сәләмәтлек — бәхет нигеҙе. Иҫән-һау булғанда ғына кеше үҙенең теләк-маҡсаттарына ирешә, хеҙмәттән, хәрәкәттән һәм тормоштан йәм һәм ҡәнәғәтлек ала. Һүҙем — районда спортты һәм сәләмәт тормош рәүешен әүҙем пропагандалаусы Владислав Ҡотлояров тураһында.

Владислав Ҡотлояров — биатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, еңел атлетика, полиатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат, биатлон буйынса Рәсәй чемпионаттары һәм кубоктары призеры, шулай уҡ биатлон буйынса ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһының абсолют чемпионы, еңел атлетика, полиатлон буйынса республика ярыштары еңеүсеһе.
Владислав Владимирович 2007 йылда Мишкә районының Сурай урта мәктәбен тамамлай. Бәләкәйҙән спортты алдына алған егет Урал дәүләт физик культура университеты Стәрлетамаҡ филиалының спорт, туризм һәм физик культура факультетында белем алып, еңел атлетика белгеслегенә эйә була. Һуңынан Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында Пенза ҡалаһының артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттә лә спортты ташламай: хәрби часының, хәрби округтың намыҫын яҡлап, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.
Спортсы Борай 2-се гимназияһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә еңел атлетика, полиатлон буйынса секциялар ҙа алып бара. Үҙенең фәнен төплө белгән уҡытыусы дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп үткәрә, балаларҙы уңышҡа, еңеүгә дәртләндерә, уларҙа сәм, дәрт уята. Тырыш педагогтың эш һөҙөмтәһе булып төрлө кимәлдә еңеү яулаған уҡыусыларының һәм тәрбиәләнеүселәренең уңыштары тора. Улар — еңел атлетика, кросс буйынса бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионаттары, кубоктары, ярыштары призерҙары һәм еңеүселәре, шулай уҡ спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәгән — өс, Бөтә Рәсәй ярыштарында еңгән — бер, Рәсәй чемпионатында ҡатнашҡан өс тәрбиәләнеүсеһе бар. Ә район чемпиондарын һанап тораһы ла түгел. 2014 йылда Борайҙың еңел атлетика буйынса йыйылма командаһы район тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы булды. Улар ошо исемде киләһе йылда ла раҫланы. Владислав Ҡотлояровтың уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре саңғы ярыштары буйынса ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтә: республика, төбәк ярыштарында әленән-әле еңеүҙәр яулай.
Владислав Владимирович беҙҙең район өсөн ғәҙәти булмаған спорт төрө — эттәрҙе егеп уҙышыу менән дә мауыға. Ул үҙенең хаски тоҡомло Дрема ҡушаматлы эте менән юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, Башҡортостан чемпионы, Омск ҡалаһында үткән Рәсәй кубогы еңеүсеһе булған, ошо спорт төрө буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Әүҙем, маҡсатсан, уңған кеше булараҡ, ул мәктәп эшенән һәм спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, бал ҡорттары үрсетергә, механика менән ҡыҙыҡһынырға, шиғырҙар яҙырға һәм һүрәт төшөрөргә лә ваҡыт таба.
— Сәләмәтлек – ул сынығыу, дөрөҫ туҡланыу, көндәлек режим, хеҙмәт, насар ғәҙәттәрҙе булдырмау һәм, әлбиттә, хәрәкәт! Ҡыҙғаныска ҡаршы, күптәр сәләмәтлек тураһында уға ҡурҡыныс янағанда ғына иҫкә төшөрә. Организмды бала саҡтан уҡ даими һаҡлап һәм сыныҡтырып тороу еңелерәк тә, ышаныслыраҡ та.
Сәләмәт булыу өсөн тырышлыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек кеүек сифаттарға эйә булырға кәрәк. Физкультура менән шөғөлләнеү кешегә ҡартайғансы һау һәм күтәренке рухта булырға мөмкинлек бирә. Мин үҙем мәктәп йәшенән үк спорт менән шөғөлләнә башланым. Физкультура дәрестәренә бик теләп йөрөнөм, иртән гимнастика яһай инем. Уҡыусыларыма ла спорттың ни тиклем файҙалы икәнлеген аңлатам. Физкультура дәрестәрендә волейбол, баскетбол, футбол уйнау ҡағиҙәләрен өйрәнәбеҙ, гимнастик, акробатик күнегеүҙәр эшләйбеҙ, йүгерәбеҙ, төрлө спорт уйындары уйнайбыҙ. Мин бөтә кешегә лә спорт менән шөғөлләнергә тәҡдим итер инем, сөнки спорт физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да тәрбиәләй. Ихтыяр көсөн нығыта. Һәр кемдең сәләмәтлеге уның ҡулында тип кенә ҡарарға ярамай. Кеше бары тик һау-сәләмәт булғанда ғына йәмғиәткә файҙа килтерә. Халыҡтың һаулығын ҡайғыртырға, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм физик культураны пропагандаларға, халыҡтың төрлө категорияларын спорт менән даими шөғөлләнергә йәлеп итергә кәрәк. Иң мөһиме – оҙаҡ йәшәүгә ғазаптар менән түгел, ә шатлыҡтар аша барырға кәрәк, — тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште Владислав Ҡотлояров.

 

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Уҡытыусы, умартасы, рәссам
Уҡытыусы, умартасы, рәссам
Автор:
Читайте нас: