Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2023, 15:25

Кемдәр ярымфиналға сыҡты?

Был хаҡта сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:  

Кемдәр ярымфиналға сыҡты?
Кемдәр ярымфиналға сыҡты?

 

Иҫке Балтаста 31-се Ауыл спорт уйындары чемпионаты сиктәрендә хоккейсыларҙың төбәк ярыштары уҙҙы.

Балтас, Борай, Ҡалтасы, Ҡариҙел һәм Тәтешле райондары командалары ярыштарҙың ярымфинал этабына сығыу өсөн көс һынашты.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса Ҡариҙел командаһы еңеүсе булды. Икенсе урынды Балтас районы командаһы яуланы. Өсөнсө урынға Борай хоккейсылары сыҡты.

Ҡариҙел һәм Балтас районы командалары хоккей буйынса Ауыл спорт уйындарының ярымфиналына сыҡты, унда Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш төбәгендә еңеүселәр менән ярыштарҙың финалына сығыр өсөн осрашасаҡтар.

Хоккейсыларыбыҙға уңыштар, ярымфинал ярыштарынан да еңеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

Кемдәр ярымфиналға сыҡты?
Кемдәр ярымфиналға сыҡты?
Читайте нас: