Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар 2023, 09:00

Спорт менән дуҫ ғаилә

Рүзилә һәм Винер Ғимадовтар ауылдаштарын һоҡландырып йәшәй

Спорт менән дуҫ ғаилә
Спорт менән дуҫ ғаилә

Ҡайһы саҡта ата-әсәләрҙең тығыҙ эш графигы һәм балаларҙың уҡыуы спорт менән шөғөлләнергә бөтөнләй буш ваҡыт ҡалдырмай. Әммә һәр кем спорттың кеше тормошоноң мөһим өлөшө булыуы менән килешә. Бәхеткә, һуңғы йылдарҙа спорт, дөрөҫ туҡланыу һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу күп ғаиләләр өсөн тормош нигеҙенә әүерелде.
Районыбыҙҙың Маты ауылынан Ғимадовтар ғаиләһендә спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош алып барыу — ғәҙәти йәшәү рәүеше.
Ғаилә башлығы хаҡлы ялға тиклем ауыл мәктәбендә оҙаҡ йылдар физкультура уҡытыусыһы, артабан Иҫке Балтас Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләгән. Ә тормош иптәше Рүзилә Наил ҡыҙы — матылар әйткәнсә, "ауыл докторы". Ул бына өс тиҫтә йылдан артыҡ фельдшер булып эшләп, ауылдаштарының һаулығын ҡайғырта.
— Ғимадовтар — әҙәпле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кешеләр, халыҡ менән белем һәм тәжрибәләрен ихлас уртаҡлашалар. Шуға ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанғандар. Һәр ваҡыт һәр кемгә иғтибар, ихтирам күрһәтәләр, яҡшы һүҙҙәре, асыҡ йөҙҙәре менән тынысландыра һәм рухландыра беләләр. Рүзилә Наил ҡыҙы фельдшер булараҡ, ярҙам кәрәк булғанда һәр кем өсөн ҡотҡарыусы, аҡ халатлы фәрештәбеҙ беҙҙең, — ти ауылдаштары улар тураһында.
Рүзилә Наил ҡыҙы Тусыбай ауылында тыуған. Бала саҡтан уҡ ул табип булырға хыяллана. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Бөрө медицина училищеһына юллана. 1996 йылда уҡыу йортон тамамлап, юллама буйынса Маты ауылына эшкә килә. Бөтә хеҙмәт юлын ул һайлаған һөнәренә бағышлай һәм быға бер тапҡыр ҙа үкенмәй.
Әйткәндәй, 2018 йылда Матыла Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Халыҡтың уңайлы, санитар нормаларға яуап биргән бинала сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге тыуҙы.
Маты ауылында эшләгәндә Рүзилә Наил ҡыҙы буласаҡ тормош иптәше Винер Фәйзелбаян улы менән таныша. 1998 йылдың ҡышында гөрләтеп туй үткәрәләр. Йәш ғаиләгә йәм, нур өҫтәп, бер-бер артлы ике бала донъяға килә. Улар етеш, мул тормошта пар ҡанат ышығында яҡшы тәрбиә алып үҫә. Улдары Юнир Ижау ҡалаһында юғары уҡыу йортонда белем ала, ә ҡыҙҙары Элина — 9-сы класс уҡыусыһы.
Халыҡта: “Алма ағасынан йыраҡ төшмәй”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ғимадовтарҙың сәләмәт йәшәү рәүешенә мөнәсәбәте балаларының уңыштары, уларҙың холҡо, маҡсатсанлығы, донъяға аҡыллы ҡарашы менән туранан-тура бәйле.
Тәжрибәле физкультура уҡытыусыһы һәм фельдшер булараҡ, Ғимадовтар балаларының сәләмәтлеге һәм психик үҫеше өсөн спорттың яҡшы нигеҙ булыуын белә, шуға күрә улар бергәләп әүҙем тормош алып бара. Йәйен һыу ҡойонорға баралар, палаткалар алып тәбиғәт ҡосағына сығалар. Ҡышын бергәләп конькиҙа һәм саңғыла шыуалар, скандинавса йөрөйҙәр.
— Хәҙер урамда ҡулына таяҡтар тотоп скандинавса йөрөүселәр күбәйҙе. Былай атлағанда йөрәк, үпкә эшсәнлеге яҡшыра, арҡа, елкә, ҡулдар хәрәкәтләнә, теҙ быуындарының ауыртыуы кәмей, тын бөтөүҙән ҡотолоу өсөн дә яҡшы сара, — ти Рүзилә Наил ҡыҙы.
Ғимадовтарҙың балалары хеҙмәт тәрбиәһе лә алып үҫә. Үҙ йорто менән йәшәгән ғаилә ағзаларының һәр береһенә баҡсала эш табыла. Йәй көндәрендә болонда рәхәтләнеп бесән эшләйҙәр. Был ваҡытта спортың ситтә торһон.
— Баланы мәжбүриләп түгел, ә яйлап ҡына кәрәкле йүнәлешкә йүнәлтергә кәрәк. Әлбиттә, ҡайҙалыр баҫым яһарға, етди һөйләшеү үткәрергә лә тура килә. Иң мөһиме — оло тормош юлына аяҡ баҫҡанда сәләмәт йәшәү рәүешен ташламаҫҡа кәрәклеген аңлатырға. Тормош күрһәтеүенсә, спортта билдәле бер аралашыу даирәһе барлыҡҡа килә, бала тәртипкә өйрәнә, уның холҡо формалаша. Балалар үҙҙәре кеүек спортты үҙ иткән тиҫтерҙәре менән аралашҡанда уларҙың насар компанияға эләгеү һәм киләсәктә насар ғәҙәттәрҙе үҙләштереү ихтималлығы кәмей, — тип билдәләй Винер Фәйзелбаян улы.
Эштәге уңыштар, ҡаҙаныштар, матди байлыҡтар күпме генә булһа ла, һәр кешенең иң ҡәҙерле байлығы — ул сәләмәтлек. Уны юғалтһаң, кире ҡайтарыуҙың бик ауыр икәнлеген балаларға кесе йәштән өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Сәләмәт тормош алып барған ғаиләләрҙән өлгө алыу мөһим. Быларҙы бала саҡтан сабый күңеленә һалыу — һәр ата-әсәнең изге бурысы. Ә Ғимадовтар был маҡсатҡа үҙҙәре өлгөһөндә уңышлы ирешә.

Фирғәт Нәбиуллин.

Спорт менән дуҫ ғаилә
Спорт менән дуҫ ғаилә
Спорт менән дуҫ ғаилә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: