Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2023, 10:20

Волейбол буйынса төбәк ярышы бик ҡыҙыу үтте

Еңеүсе командалар тураһында сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ: 

Волейбол буйынса төбәк ярышы бик ҡыҙыу үтте
Волейбол буйынса төбәк ярышы бик ҡыҙыу үтте

Иҫке Балтас «Йәшлек» физкультура -һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусылары араһында 25-се спартакида иҫәбенә волейбол буйынса төбәк ярыштары уҙҙы.

Ярыштар ике көн даум итте. Беренсе көн – егеттәр, икенсе көн ҡыҙҙар командалары көс һынашты. Көсөргәнешле ярыштарҙа Балтас, Тәтешле, Ҡалтасы, Борай, Ҡариҙел, Асҡын һәм Мишкә райондарынан ҡыҙҙар командалары оҫталыҡта көс һынашты.

Турнирҙы асыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Шәймөхәмәтова сығыш яһаны.

Артабан һүҙ ярыштарҙың баш судьяһы Айваз Сафетдиновҡа бирелде. Ул ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Көн дауамында һуҙылған ярыштар һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды Ҡариҙел, икенсе – Асҡын районы командалары яуланы. Балтас һәм Борай командалары 3-сө урынға сыҡты.

Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар менән бүләкләнде.

Фирғәт Нәбиуллин.

Волейбол буйынса төбәк ярышы бик ҡыҙыу үтте
Волейбол буйынса төбәк ярышы бик ҡыҙыу үтте
Волейбол буйынса төбәк ярышы бик ҡыҙыу үтте
Волейбол буйынса төбәк ярышы бик ҡыҙыу үтте
Читайте нас: