Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ғинуар 2023, 23:15

Йәш хоккейсылар призер булды!

Тулыраҡ: 

Йәш хоккейсылар призер булды!
Йәш хоккейсылар призер булды!

Балтас районының «Танып» хоккей командаһы - “Алтын алҡа” республика турниры призеры!

Бөгөн “Саҡмағош-Арена” боҙ шыуғалағында 2010-2011 йылғы йәш хоккейсылар араһында “Алтын алҡа” республика турнирының финал ярыштары үтте.

Унда Саҡмағош, Миәкә, Өфө, Благовар, Балтас, Благовещенск, Шишмә райондары һәм Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмек хоккейсылары көс һынашты.Ҡыҙыу уйындар ике көн дауам итте.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса Саҡмағош районынан “Ястребы” командаһы Башҡортостан Республикаһының “Алтын алҡа” турниры чемпиондары исемен яуланы.

Икенсе урынды Благовещенск районының “Метеор” командаһы алды.

Өсөнсө урынға Балтас районының “Танып” командаһы сыҡты.

Спортсыларҙы һәм тренер Евгений Геннадьевичты уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

 

Йәш хоккейсылар призер булды!
Йәш хоккейсылар призер булды!
Йәш хоккейсылар призер булды!
Йәш хоккейсылар призер булды!
Йәш хоккейсылар призер булды!
Йәш хоккейсылар призер булды!
Йәш хоккейсылар призер булды!
Читайте нас: