Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2023, 13:55

Яңы йыл каникулдары файҙалы уҙа

Ҡышлауйылға мәктәбендә волейбол ярыштары уҙҙы.  

Яңы йыл каникулдары файҙалы уҙа
Яңы йыл каникулдары файҙалы уҙа

Яңы йыл каникулдары күптәрҙең көтөп алған мәле. Һәр кем уны файҙалы һәм күңелле үткәрергә тырыша.

Ҡышлауйылғала каникул көндәрендә төрлө саралар ойоштороп торалар. Мәктәптә волейболсылар ҙа ярыштарҙа ҡатнашып, матур уйын күрһәтә.

Ярышта өс команда - мәктәп, студенттар һәм ололар командалары көс һынаша. Ярыштар көсөргәнешле уҙа. 1-се урынға - мәктәп уҡыусылары, 2-се урынға – студенттар, 3-сө урынға ололар командаһы лайыҡ була.

Спорт байрамы бик күңелле уҙҙы. Волейболсыларҙы ҡотларға Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин килде. Әйткәндәй, ул үҙе лә ярышта ҡатнашты. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың спортсыларҙы ҡотлап, уйында ҡатнашыуы барыһы өсөн дә көтөлмәгән бүләк булды! Сараны физкультура уҡытыусыһы Ралит Вәлиев менән ауыл мәҙәниәт йорто методисы Радик Ғатин ойошторҙо. Бындай саралар бик кәрәк. Атайҙар балалары менән дә ҡатнашты. Был, үҙ сиратында, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытырға ярҙам итә. Яҡшы кәйефтә, ыңғай тәьҫораттар алып таралышты барыһы ла”, - тип хәбәр итте Наилә Хәлфәт ҡыҙы Ғлимшина.

Наилә Имаева.

 

Яңы йыл каникулдары файҙалы уҙа
Яңы йыл каникулдары файҙалы уҙа
Яңы йыл каникулдары файҙалы уҙа
Яңы йыл каникулдары файҙалы уҙа
Яңы йыл каникулдары файҙалы уҙа
Читайте нас: