Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2023, 17:55

Кемдәр еңеүсе булыр?

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында  мини-футбол буйынса турнир ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.  

Кемдәр еңеүсе булыр?
Кемдәр еңеүсе булыр?

Бөгөн сатлама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында “бик ҡыҙыу”.  Бында мини-футбол буйынса турнир бара. Сарала 5 команда үҙ-ара көс һынаша. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, студенттар, эшсе йәштәр, футбол яратыусыларҙан торған дәртле, әүҙем, сая, көслө рухлы спортсылар командалары араһында кем еңеүсе булыр? Әлегә уйын бик көсөргәнешле, ҡыҙыу бара.

23 декабрҙән бөгөнгәсә район буйынса 445 сара үткәрелде. Район үҙәгендә лә, ауылдарҙа ла төрлө спорт, мәҙәни саралары даими ойошторолдо. Бөгөн иһә Раштыуа байрамы сиктәрендә лә саралар уҙа. Халыҡ әүҙем, айырыуса йәштәр, студенттар, уҡыусылар. Был бик ҡыуаныслы, әлбиттә. Сөнки сәләмәт тәндә – сәләмәт рух! Һәр ерҙә байрамдарҙы ойоштороп үткәреүселәргә ҙур рәхмәт! Иң мөһиме, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, Ватан һағына баҫҡан ир-егетәребеҙ иҫән-имен өйләнеп ҡайтһын!” - тине Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Ринат улы Сәлимов. Әйткәндәй, Риваль Ринат улы үҙе лә турнирҙа ҡатнаша.

Наилә Имаева.

Кемдәр еңеүсе булыр?
Кемдәр еңеүсе булыр?
Читайте нас: