

"Мәктәп футболы" республика фестивале һәм "Айыҡ ауыл-2022" конкурсы сиктәрендә Ҡашҡала ҡар өҫтөндә футбол уйнау буйынса ярыш уҙа. Илшат Ғәлләмов, Рәзиф Мөхәмәтов, Дим Ғәлиев, Илдус Ғәлләмов ғаиләләре етеҙлектә, таҫыллыҡта көс һынаша. Һәр ғаилә үҙен спорт һөйөүсе булараҡ танытып, бирешергә теләмәй. Шулай ҙа көсөргәнешле уйын Илшат Ғәлләмовтың ғаилә командаһы еңеүе менән тамамлана. 2-се урынға Дим Ғәлиев, 3-сөгә Рәзиф Мөхәмәтов командалары сыға.
"Ярыш бик шәп булды. Бындай актив ял тән сәләмәтлеге һәм күтәренке кәйеф бүләк итә. Бошоноп ултырырға һис ваҡыт юҡ!" - тип тәьҫораттары менән бүлешә уйынсылар.
#ТрезвоеСелоКашкино2022
#АйыҡАуылҠашҡа2022
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#КурултайбашкирАскинскогорайона