

Бөгөн Иҫке Балтас ауылында «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мәғариф ойошмалары, предприятиелар, учреждениелар һәм ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре араһында Спорт һәм сәләмәтлек декадаһы сиктәрендә йөҙөү буйынса район ярыштары уҙҙы.
Сараның тантаналы өлөшөндә «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Фәрит Ғәлимов һәм физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Максим Әхтәриев сығыш яһаны. Шулай уҡ тантаналы шарттарҙа ГТО ның алтын билдәләрен тапшырҙылар.
Ярыш байрамса һәм ҡыҙыу мөхиттә уҙҙы.
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында төрлө йәш категориялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Фирғәт Нәбиуллин.