

— Ҡариҙел спортсылары өсөн йыл бик уңышлы булды. Беҙ мини-футбол буйынса республика финалында 2-се урын алдыҡ. Милли көрәш буйынса чемпионыбыҙ Әнүәр Әхмәтғәлиев Рәсәй кимәлендә бронза призер булды. Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙ ҙа республика кимәлендәге бәйгеләрҙә бронза яулап ҡайтты. Өҫтәл теннисы буйынса ла беҙгә ошондай уҡ уңыш йылмайҙы. Төбәк этапта баскетболсы егеттәребеҙ 1-се урын яуланы. Гер күтәреүселәребеҙ иһә Башҡортостан чемпиондары тип танылды. Спортсыларҙы тағы бер тәбрикләп, уларҙың тренерҙары Алмаз Әхмәтвәлиев, Надир Ғабдуллин, Филүс Фәхрисламов, Рәмил Шәйҙуллин, Михаил Красноборов, Данил Дәүләтшинға оло рәхмәт еткерәбеҙ, — тип ҡыуанып һөйләне футболсылар тренеры Раушан Өлфәт улы.
Раушан Өлфәт улына быйыл “Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Гөлнара Солтанова.