Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Ноябрь 2022, 19:15

Солтанбәктә заманса спорт майҙансығы асылды

Бөгөн Солтанбәк ауылында “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсында еңеү яулап алған 3,5 миллион һумлыҡ сертификат иҫәбенә төҙөлгән спорт майҙансығы асылды. Был турала тулыраҡ:  

Солтанбәктә  заманса спорт майҙансығы асылды
Солтанбәктә заманса спорт майҙансығы асылды

Солтанбәк ауылы “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында “Ҙур ауылдар” номинацияһында 2-се урын яулап, 3,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Нәҡ ошо аҡсаға заманса тренажерҙары булған, резина өҫлөк йәйелгән, хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән, баскетбол майҙансығын да үҙ эсенә алған ҙур спорт майҙансығы төҙөлдө. Әйткәндәй, бындай заманса, резина өҫлөк йәйелгән спорт майҙансығы әлегә районда беренсе!

Халыҡ көтөп алған ошо майҙансыҡты асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендә мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре: билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, билдәле яҙыусы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, күренекле яҡташыбыҙ Винарис Абдуллин, шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина, Асҡын ауыл биләмәһе башлығы Ришат Лотфуллин, махсус хәрби операцияла туғыҙ ай булып ҡайтҡан райондашыбыҙ Рәмис Әхмәҙишин, яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Солтанбәк ауылы егете Линат Ғимазов (Линатҡа ла махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тура килә), Афған һуғышы ветерандары Илһам Суфиянов, Рәзиф Садыҡов һәм бар ауыл халҡы ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙың һәр береһе сығыш яһап, сәләмәт, айыҡ тормош көтөүсе солтанбәктәрҙең ошо мәртәбәле конкурс барышында шул тиклем әүҙем,рухлы, берҙәм булыуҙарын белдереп, рәхмәт еткерҙе. Ауылда быуындар күсәкилешлеген һаҡлап, рухи, тарихи тамырҙарҙы өйрәнеп, ғөрөф -ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәгәндәре айырым һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ошо мәртәбәле конкурста еңеүҙә ҙур өлөш кереткән бер төркөм әүҙемселәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Район Мәҙәниәт йорто директоры Жәлил Ғәйбәҙуллин  етәкселегендә  мәҙәниәт йорто артистары һәм яҡташыбыҙ Винарис Абдуллиндың  сығышы сараға  йәм өҫтәне. Һәр ваҡыттағыса автоклуб сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәтте. 

Ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, барыһы ла заманса спорт майҙансығына инеп, тренажерҙарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. 80 йәшен тултырған Нурулла ағай Хәсәнов, Иҡзида апай Насртдинова , Сәүиә апай Хәсәнова, Рәминә апай Нурмөхәмәтовалар ҙа, йәштәргә эйәреп, тренажерҙарҙа күнегеүҙәр яһаны!

-Беҙ бындай майҙансыҡты күптәндән көттөк! Хәҙер бында ғаилә менән киләсәкбеҙ! Конкурсты ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашып, еңеү яулаусыларға, майҙансыҡты төҙөүселәргә ҙур рәхмәт! - тине солтанбәктәр.

Наилә Имаева.

Читайте нас: