Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ноябрь 2022, 20:10

Йәш спортсыларыбыҙ һөйөндөрә

Тулыраҡ:

Йәш спортсыларыбыҙ һөйөндөрә
Йәш спортсыларыбыҙ һөйөндөрә

Бөрө ҡалаһында каратэ (киокусинкай) буйынса асыҡ ярыштар уҙҙы.

Балтас районы данын ярышта 4 йәштән өлкәнерәк малайҙар һәм ҡыҙҙар яҡланы һәм призлы урындар алыап ҡайтты.

Һөҙөмтәләргә килгәндә:

Беренсе урынды үҙ категорияларында Рәнис Камилйәнов, Алина Сафина һәм Назар Сираев яуланы.

Икенсе урынға Рамзес Әйүпов, Рияз Вәлиев, Әмир Гәрәев, Риназ Хәсәнов сыҡты.

Өсөнсө урынға Раил Камилйәнов. Эмиль Ғилметдинов, Рәдим Ғарипов лайыҡ булды.

Гүзәл Субушева, Илназ Хәбиров, Рәдим һәм Вадим Ғариповтар үҙҙәрен судья ролендә һынап ҡараны.

Тренер Евгений Артосовичты һәм йәш спортсыларҙы шундай уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

 

Йәш спортсыларыбыҙ һөйөндөрә
Йәш спортсыларыбыҙ һөйөндөрә
Читайте нас: