Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Октябрь 2022, 08:15

Матала - зирәктәр уйыны

Атайҙар көнө уңайынан Мата ауыл клубында шахматсылар һәм шашкасылар ярышты.

Матала  - зирәктәр уйыны
Матала - зирәктәр уйыны


Сарала балалар һәм ололар бик теләп ҡатнашып, шахмат уйынының төрлө быуын өсөн мауыҡтырғыс икәнен һәм шул уҡ ваҡытта еңел булмауын күрһәтте.

Балалар араһында Азамат Вәлиев менән Алһыу Вәлиева еңеүсе булып сыҡты.

Ололар араһында иһә ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Шулай ҙа Фәрит Солтановҡа тиңдәр булманы.

2-се урында – Мансур Әбхәликов, 3-сөлә - Фәлғәт Ғарифуллин.

 

Сара аҙағында еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Шундай фәһемле сара үткәреүсе Мата ауылы клубы мөдире Эльвера Солтановаға ауылдаштары бик рәхмәтле.

Фирғәт Нәбиуллин.

Матала  - зирәктәр уйыны
Матала  - зирәктәр уйыны
Матала - зирәктәр уйыны
Читайте нас: