Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2022, 09:10

ГТО нормативтарын тапшырҙылар

Тулыраҡ: 

ГТО нормативтарын тапшырҙылар
ГТО нормативтарын тапшырҙылар

Райондың муниципаль берләшмәләр хеҙмәткәрҙәре ГТО нормативтарын тапшырҙы.

Хакимиәт, ауыл Советтары, төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре был сараға теләп ҡушылды. Һәр ауыл биләмәһендә ошондай спорт бәйгеләре ойошҡанлы уҙа бара.

“Ҡариҙел” стадионы ла уҙған йомала район үҙәге хеҙмәткәрҙәрен йыйҙы. ГТО тапшырыу үҙәге судьялары алдында улар үҙҙәрен ысын спортсы итеп тойҙо. Күмәкләшеп тән яҙҙырып алғандан  һуң, төп күнекмәләр тапшырыу өсөн төрлө майҙансыҡтарға юлландылар.

Улар алдында йүгереү, эскәмйәнән эйелеү, ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, пневматик мылтыҡтан атыу, гер күтәреү һәм башҡа ГТО нормативтарын тапшырыу бурысы ҡуйылғайны. Бер кем дә был бурыстарҙан баш тартманы. Судьялар барлыҡ ҡатнашыусыларҙың нормативтарҙы теүәл башҡарыуҙарын, энтузиазм менән үҙ көстәрен һынап ҡарауҙарын, сыҙамлыҡтарын һәм физик нагрузкаларға әҙер булыуҙарын билдәләне. Был саралар һуңынан дөйөм йомғаҡтар яһаласаҡ, һынауҙарҙы үтәүселәргә ГТО знактары тапшырыласаҡ.

Гөлнара Солтанова.

ГТО нормативтарын тапшырҙылар
ГТО нормативтарын тапшырҙылар
ГТО нормативтарын тапшырҙылар
ГТО нормативтарын тапшырҙылар
ГТО нормативтарын тапшырҙылар
Читайте нас: