Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Сентябрь 2022, 09:55

Асҡындар - сәләмәт тормош яҡлы!

Бөгөн Асҡын районында спорт байрамы уҙа. Йәше лә, олоһо ла “Милләт кросы”нда ҡатнаша. 

Асҡындар  -  сәләмәт тормош яҡлы!
Асҡындар - сәләмәт тормош яҡлы!

Бөгөн Асҡын районында “Демография” милли проектының ”Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә “Милләт кросы - 2022” уҙа. Төрлө йәштәге халыҡты берләштергән сара Бөтә Рәсәй йүгереү көнө уңайынан ойошторолдо.

 

«Еңеү йүгереүе” нә лә асҡындар берҙәм ҡушылды. Йәш быуынға физик һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙе маҡсат итеп алған был проект  уңышлы тормошҡа ашырыла районыбыҙҙа.

Йүгереүселәр араһында районыбыҙҙа оло ихтирамға лайыҡ кешеләр - Асҡын районының почетлы гражданины, “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы”, урман хужалығы ветераны Шәрифйән Солтан улы Закиров тормош иптәше, мәғариф ветераны Зимфира Фәтих ҡыҙы менән бар ине.

Спорт байрамына йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева сәләмләп, был  сараның маҡсатын һәм әһәмиәтен аңлатты.

Артабан ярыштарҙың баш судьяһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәснәүи улы Мәхийәнов ярыш тәртибе менән таныштырҙы.

Сараға йыйылыусылар ҙур дәрт һәм теләк менән билдәләнгән араны йүгерҙе.

Иң мөһиме, бөгөнгө спорт байрамында - “Милләт кросы”нда уларҙы бер маҡсат берләштерҙе - үҙ өлгөләрендә халҡыбыҙҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырыу, тыуған еребеҙҙең ысын патриоттары булыу!

Наилә Имаева.



 

Читайте нас: