Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Сентябрь 2022, 13:05

Буласаҡ әсәләр сәләмәтлеген ҡайғыртып

Тулыраҡ: 

Буласаҡ әсәләр сәләмәтлеген ҡайғыртып
Буласаҡ әсәләр сәләмәтлеген ҡайғыртып

Район хакимиәте залында район ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышы үтте. Районда “Сәләмәтлек клубы”н ойоштороу көн тәртибенә сығарылған төп һорау булып торҙо.

- Асҡын районы  “Буласаҡ әсә сәләмәтлеге” проектын тормошҡа ашырыу буйынса пилот майҙансығы булараҡ  10 муниципалитет иҫәбенә инде. Был проект Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә  йүнәлтелгән Рәсәй Президенты Гранты буйынса тормошҡа ашырыла.

Клубтың төп маҡсаты - халыҡтың, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ сәләмәтлегенә ҡарата иғтибарын йүнәлтеү, яуаплылығын арттырыу, сәләмәт тормошто пропагандалау.

Ултырышта ошо юҫыҡта план буйынса фекер алыштылар. Йыл буйына сәләмәтлекте нығытыу буйынса төрлө саралар уҙғарыласаҡ.

Наилә Имаева.

Буласаҡ әсәләр сәләмәтлеген ҡайғыртып
Буласаҡ әсәләр сәләмәтлеген ҡайғыртып
Буласаҡ әсәләр сәләмәтлеген ҡайғыртып
Читайте нас: