Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2022, 09:00

Ҡыйыу, талапсан, тәжрибәле

Радик Хәмиҙуллин – йәш быуынды сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырыусы оло ихтирамға лайыҡ уҡытыусы. Ул Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләй. Тәжрибәле тренерҙың тәрбиәләнеүселәре әленән-әле уңыштары менән һөйөндөрөп тора.Радик Сәлихйән улы Силасау ауылында ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бала саҡтан спортҡа ынтылған малай үҫкәс уҡытыусы булырға хыяллана. Физкультура уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәйхел ағай Нәсибуллин балаларҙы физик яҡтан ныҡ, көслө, ҡыйыу булырға дәртләндереп, спортҡа һөйөү тәрбиәләй.

Ҡыйыу, талапсан, тәжрибәле
Ҡыйыу, талапсан, тәжрибәле

– Мәктәптә уҡығанда хоккей, футбол буйынса ярыштарҙа ҡатнашмаған уҡыусылар бик аҙ булғандыр. Ғөмүмән, 70-80-се йылдарҙа спорт менән шөғөлләнеү модала ине. Йәштәрҙең бөгөн дә спортҡа ынтылыуы һөйөндөрә, — ти Радик Сәлихйән улы. — Иң мөһиме, баланың күңелен төшөрмәү, уны физик яҡтан нығытырға, үҙе һайлаған спорт төрөндә алдынғы булырға ынтылырлыҡ итеп ҡыҙыҡһындыра белеү.
Райондашыбыҙ хеҙмәт юлын Иҫке Ҡарағош мәктәбендә математика һәм физика уҡытыусыһы булып башлай. Артабан 1984 йылдың яҙында Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Бөрө дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлай. Дипломлы белгес тыуған ауылына физика уҡытыусыһы булып ҡайта. Радик Сәлихйән улының ойоштороу һәләтенә эйә булыуын иҫәпкә алып, бер йылдан һуң уны Сәйет-Көрйә мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Тәртип яратҡан етәксе уҡыусыларҙан да, уҡытыусыларҙан да шуны талап итә, дисциплинаны беренсе урынға ҡуя. Уҡыусыларҙың тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бирелә. Сәйет-Көрйә мәктәбендә туғыҙ йыл эшләгәндән һуң талапсан, намыҫлы етәксене Борай гимназияһына директор итеп күсерәләр. Бында ла һынатмай ул. 2004-2008 йылдарҙа Пионерҙар йортонда ла директор булып эшләп ала. Артабан Радик Сәлихйән улы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә гер күтәреү һәм армспорт буйынса тренер-уҡытыусы булып хеҙмәт юлын дауам итә. 2015 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физкультура һәм спорт факультетын тамамлай.
Районда гер спортын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Халҡыбыҙ элек-электән үҙ иткән гер күтәреү бөгөн дә байрамдарҙа иң популяр ярыштарҙың береһе булып ҡала. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә махсус секция уңышлы эшләй. Унда ҙур теләк менән шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр рухи һәм физик яҡтан ныҡ һәм сәләмәт булып үҫә. Күнекмәләрҙән тыш, улар бик күп ярыштарҙа ла ҡатнаша.
Районда армспортҡа ла ныҡлы иғтибар бирелә. Гер күтәреү һәм армспорт буйынса ла Радик Сәлихйән улының уҡыусылары район, республика ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
– Намыҫлы, тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта эшен еренә еткереп башҡарыусы хеҙмәттәшебеҙ үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан булыуы менән айырылып тора. Ул уҡыусыларында армспорт һәм гер күтәреү кеүек спорт төрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уята. Хеҙмәтенән тәм табып, ләззәт алып эшләүсе уҡытыусылар хөрмәткә лайыҡ, – ти Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рөстәм Муллағәлиев.
“Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличниғы” күкрәк билдәһе Радик Хәмиҙуллиндың фиҙаҡәр хеҙмәтенә ҙур баһа булып тора.
Радик Сәлихйән улы ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше Эльвира Риф ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтерә. Балалары ла атайҙары кеүек спортты ярата. Ҡыҙҙары икеһе лә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. Эльвира ханым “Йәйғор” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Бына шулай, ғаиләһендә лә, эшендә лә өлгөлө Радик Сәлихйән улы, тырыш хеҙмәте, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәте, ҡылған изгелектәре менән ихтирам һәм абруй яулаған.

 

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Ҡыйыу, талапсан, тәжрибәле
Ҡыйыу, талапсан, тәжрибәле
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: