Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2022, 15:00

Сәм, дәрт, көс өҫтәне ярыш

Бөгөн Физкультурниктар көнөндә Балтас районының  "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексында мини-футбол буйынса иптәштәрсә турнир үтте.

Сәм, дәрт, көс өҫтәне ярыш
Сәм, дәрт, көс өҫтәне ярыш

Сара башында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Инзилә Әдип ҡыҙы Ғәсимйәнова сығыш яһап, Әүҙем тормош позицияһы, муниципаль район территорияһында күмәк физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған өсөн иң әүҙемдәрҙе  Рәхмәт хаттары менән бүләкләне һәм Тимур Әхмәҙуллинға "спорт мастеры" танытмаһы тапшырҙы.
Сәмле ярыштарҙа 5 команда көс һынашты, улар төрлө ойошмалар, учреждениелар һәм футбол уйнарға яратыусылар.
Футболсылар барлыҡ матчтарҙы сағыу һәм сәмле уҙғарҙы. Турнир һөҙөмтәләре буйынса 3-сө урынды район үҙәк дауаханаһы командаһы яуланы, 2-се урынды район Мәҙәниәт һарайы командаһы биләне, ә 1-се урынға футбол яратыусы йыйылма команда күтәрелде һәм улар турнир еңеүсеһе тип иғлан ителде.

Гөлназ Ғәлләмова.

Сәм, дәрт, көс өҫтәне ярыш
Сәм, дәрт, көс өҫтәне ярыш
Сәм, дәрт, көс өҫтәне ярыш
Читайте нас: