Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2022, 15:20

Афарин, ҡыҙҙар!

Бөгөн Асҡын районының баскетбол буйынса ҡыҙҙар командаһы “Ҡыҙғылт һары туп” Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабында ҡатнашты. Афариндар!

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!


Бөгөн Физкультурниктар көнө уңайынан Шишмә районы Алкино ауылында урынлашҡан «Патриот» паркында баскетбол буйынса «Ҡыҙғылт һары туп» бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы үтте. Унда Асҡын районынан тренер Илшат Нәҡип улы Фаһамов етәкләгән ҡыҙҙар командаһы ла ҡатнашты. Уйындар бик ҡыҙыу бара, сөнки республиканың иң көслө командалары йыйыла бирегә. Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һынатмай: бар тырышлығын һалып, ныҡышмал уйнай һәм 50 команда араһында ярым финалға сыға. Афарин! Илшат Нәҡип улын һәм спортсы ҡыҙҙарыбыҙҙы Физкультурниктар көнө менән ҡотлап, киләсәктә лә шулай яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, спорт менән һәр саҡ дуҫ булыуҙарын теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!
Читайте нас: