Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Август 2022, 21:20

Иң етеҙҙәр асыҡланды

“Балтас марафоны”нда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Иң етеҙҙәр асыҡланды
Иң етеҙҙәр асыҡланды

 Балтас районы һабантуй майҙанында Физкультурниктар көнөнә арналған “Балтас марафоны” еңел атлетика уҙышы ойошторолдо.
Быйыл марафон икенсе тапҡыр үтте, һәм ул 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Иң ҙур арауыҡтар - 2,5, 5 һәм 10 саҡрым, ә балаларға - 100 метр йүгерергә ине.Был марафондың инициаторҙары яҡташыбыҙ, әле Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе, Мәнәгәз ауылынан Сабанов Валерий Александрович һәм район хакимиәте башлығы Субушев Илгиз Әхүәс улы.
Сараның спонсоры һәм «КАСАТКА» хәүефһеҙлек махсус программалары һәм махсус билдәләнештәге подразделениелар ветерандарын реабилитациялау үҙәге етәксеһе Валерий Александрович Сабанов,  район башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев сәләмләп, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Спортсылар йәш категориялары буйынса бүленеп,  төрлө дистанцияла йүгерҙе. Ҡатнашыусылар араһында иң олоһо 72 йәшлек ине.
Еңеүселәр грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Гөлназ Ғәлләмова.

Иң етеҙҙәр асыҡланды
Иң етеҙҙәр асыҡланды
Иң етеҙҙәр асыҡланды
Иң етеҙҙәр асыҡланды
Читайте нас: