Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июнь 2022, 09:25

Йәш тренер

Балтас районының  “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексының футбол буйынса тренеры Арсен Латыпов “Ауыл тренеры” проекты  сиктәрендә  600 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.  

Йәш тренер
Йәш тренер

 

Арсен Латыпов Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Ҡазан ҡалаһындағы Милли тикшеренеү-техник университетында һөнәр ала. Уҡыу йортонда белем алған ваҡытта “Эластико” футбол мәктәбендә шөғөлләнә һәм университет командаһы составында уйнай. Ҡулына диплом алғас, заводта технолог-программист булып хеҙмәт юлын башлай. Эшләгән ваҡытында ла футбол менән шөғөлләнеүен ташламай ул. Тренировкаларҙы һәм эште бергә алып барыу еңел булмай, әлбиттә. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, егет тормошона үҙгәрештәр индерергә уйлай — хеҙмәт юлын тренер вазифаһына бағышлай.

Хәҙерге ваҡытта Арсен тыуған ерендә — Иҫке Балтас ауылының “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында яратҡан эше менән шөғөлләнә. Футбол секцияһына балаларҙы берҙәм командаға туплаған. Улар менән төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, райондың спорт данын яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған.

“Ауыл тренеры” программаһы киләсәктә районға өмөтлө йәш тренерҙарҙы йәлеп итеп, спортта ҙур ҡаҙаныштарға ирешерлек йәштәрҙе тәрбиәләргә булышыр, тигән өмөт бар, сөнки Арсен Латыпов районда шундай сертификат алыусыларҙың өсөнсөһө. Уға тиклем “Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алып, “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында каратэ буйынса — Евгений Андреев, тай боксы буйынса Евгений Ғилмөхәмәтов эшләй башланы. Улар етәкләгән секцияларҙа шөғөлләнеүсе балалар инде бихисап еңеүҙәр яулап өлгөрҙө. Футбол һөйөүсе балалар өсөн Арсен Латыповтың районға ҡайтыуы — ҙур һөйөнөс. Уңыштар һеҙгә, йәш тренер!

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Читайте нас: