Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июнь 2022, 08:55

Афарин, Данил!

 Балтас районы егете Данил Ғилмуллин махсус стипендияға лайыҡ булды! 

Афарин, Данил!
Афарин, Данил!

 Балтас районы егете Данил Ғилмуллинды"Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының спорт йыйылма командалары спортсыларына" тигән стипендия тәғәйенләнеүе менән ҡотлайбыҙ. 

Данил - армрестлинг буйынса күп тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы һәм призеры; Волга буйы федераль округының көмөш призеры;
Рәсәй беренселеге чемпионы.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусыһы Айваз Сафетдиновҡа чемпион тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!
Ә яҡшы, талантлы һәм уңышлы спортсыға тик еңеүҙәр, яңы рекордтар менән, яңы миҙалдар һәм наградалар теләйбеҙ. Афарин, Данил!

Гөлназ Ғәлләмова.

Читайте нас: