Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Июнь 2022, 15:30

Рәхәтләнеп уйнанылар, ял иттеләр

Йәйҙең беренсе көнөндә Әмир ауылында үткән байрам балалар күңелендә оҙаҡҡа һаҡланыр

Рәхәтләнеп уйнанылар, ял иттеләр
Рәхәтләнеп уйнанылар, ял иттеләр

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә бирелә район ҡатын-ҡыҙҙар советы балалар өсөн ҙур байрам ойошторҙо. Сараның тантаналы өлөшөнән һуң онотолоп барған халыҡ уйындарын тергеҙеү маҡсатында ҡапсыҡ кейеп, ауыҙға йомортҡалы ҡалаҡ ҡабып йүгереү, көршәк ватыу, һыу ташыу, арҡан тартышыу кеүек ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Балалар ике командаға бүленеп, етеҙлектә, зирәклектә көс һынашты. Байрамға килгән апайҙар ҙа йәшлектәрен иҫкә төшөрөп, көйәнтәләп һыу ташыуҙа, йомортҡа ҡабып йүгереүҙә, арҡан тартышыуҙа ярышты. Бигерәк тә был яҡтарҙа тәүгеләй ойошторолған суҡмар атыу уйыны күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Дамир Сибәғәтуллин  был уйын өсөн махсус ике суҡмар эшләгән: береһе — балалар, икенсеһе ололар өсөн. Тәүге суҡмарҙы ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы атҡандан һуң,  малайҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә, апайҙар ҙа, хатта ҡыҙҙар ҙа беләк көсөн һынаны.

Уйындарҙа еңеүселәргә, ҡатнашыусы балаларға район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары бүләктәр һәм  татлы күстәнәстәр алып килгәйне.

Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң ҡояш та йәйҙең башланыуын ғына көткән, тиерһең. Матур байрамға йәм өҫтәп, күңелдәрҙе күтәреп, балаларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеп, көн оҙоно ҡояш йылы нурҙарын һипте.

Илһөйәр Махатова.

Рәхәтләнеп уйнанылар, ял иттеләр
Рәхәтләнеп уйнанылар, ял иттеләр
Рәхәтләнеп уйнанылар, ял иттеләр
Рәхәтләнеп уйнанылар, ял иттеләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: