Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Июнь 2022, 16:20

Көс һынашты егеттәр

Милли уйындар менән бер рәттән Әмирҙең бил бирмәҫ егеттәре лә келәмдә таһыллығын күрһәтте

Көс һынашты егеттәр
Көс һынашты егеттәр

Балалар спорт майҙансығында ойошторолған байрамда милли уйындар менән бер рәттән егеттәр ҙә келәмдә  етеҙлектә, таһыллыҡта көс һынашты. Сығышы менән Әмир ауылынан булған тәжрибәле уҡытыусы, республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй бәйгеләрендә үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән байтаҡ призлы урындар яулаған оҫта тренер Фәрдүс Әхмәтов егеттәр менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Фәрдүс Зөлфәт улы билбаулы һәм милли көрәш  алымдары менән таныштырып, уларға келәмдә үҙҙәренең көсөн һынап ҡарарға мөмкинселек бирҙе.

 Үҫмерҙәрҙең һәр ҡайһыһы ныҡышмалылыҡ һәм көс күрһәтте. Өс йәш категорияһы буйынса еңеүселәр билдәләнде һәм бүләкләнде. Данил Нартдинов, Илфир Нартдинов һәм Айнур Зәйнетдинов бәйге чемпиондары булды.

Балалар спорт майҙансығын асыу айҡанлы Фәрдүс Әхмәтов та балаларға бүләктәр алып килгәйне.

Илһөйәр Махатова.

Көс һынашты егеттәр
Көс һынашты егеттәр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: