Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Апрель 2022, 11:15

Районыбыҙ данын лайыҡлы яҡланылар

Асҡындан тәжрибәле тренер Фәрдүс Әхмәтов етәкселегендәге көрәшсе егеттәр командаһы Балтас районында үткән төбәк ярыштарҙа призлы урындар яуланы.

Районыбыҙ данын лайыҡлы яҡланылар
Районыбыҙ данын лайыҡлы яҡланылар

Көрәш буйынса бәйге 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында мәктәп уҡыусыларының XXIV Спартакиадаһы иҫәбенә ойошторола. Асҡын районынан тәжрибәле тренер Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов етәкселегендә туғыҙ үҫмерҙән торған команда ҡатнашып, дөйөм команда иҫәбендә өсөнсө урын яуланы. Егеттәр шәхси беренселектә лә һынатмай: бер — 1-се, өс — 2-се, дүрт 3-сө урындар яулай.

Районыбыҙҙа спорт үҫешенә ҙур өлөш индергән көрәшсе егеттәребеҙҙе һәм йәш быуында спортҡа һөйөү тәрбиәләгән Фәрдүс  Зөлфәт улын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлауҙарын теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Районыбыҙ данын лайыҡлы яҡланылар
Районыбыҙ данын лайыҡлы яҡланылар
Районыбыҙ данын лайыҡлы яҡланылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: