Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Апрель 2022, 16:35

Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Асҡын 1-се урта мәктәбенең “Стрела” командаһы баскетбол буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы беренселеге финалында бронза призер булды.

Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Асҡын 1-се урта мәктәбенең “Стрела” командаһы баскетбол буйынса Юрий Гагарин исемендәге кубокка Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы беренселеге финалында бронза призер булды.

Ярышта барлығы төбәк этаптарҙа еңгән 12 команда ҡатнаша.  Асҡын 1-се урта мәктәбенең “Стрела” ҡыҙҙар командаһы лайыҡлы сығыш яһап, көсөргәнешле бәйгелә 3-сө урын яулай.

Спорт һөйөүсе ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың тренеры Илшат Фаһамовты лайыҡлы еңеү менән тәбрикләйбеҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: